+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2022, 14:55

Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Тиҙҙән Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге булдырыласаҡ

Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк
Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк

3 июндә «Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм ҡала хакимиәте араһында заманса мәшғүллек хеҙмәтен үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө. Килешеүгә ҡул ҡуйып, яҡтар уҡыу урындары йәрминкәләрен һәм махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрен ойошторғанда хеҙмәттәшлек итергә, дәүләт хеҙмәттәре алыусыларҙың республикала ғәмәлдә булған әүҙем мәшғүллек сәйәсәте программалары тураһында мәғлүмәтлеген күтәрергә, берлектәге саралар үткәрергә һөйләшеп килеште.

 «Киләсәктә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында заманса кадрҙар үҙәктәрен булдырыу күҙаллана. Сибайҙаләсәк фабрикаһы" концепцияһы сика аръяғында ошондай үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Мәшғүллек үҙәктәренең йөҙө яңыртыласаҡ. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп маҡсаты - мәшғүллек хеҙмәтенең эшен эш эҙләүселәр өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк һәм уңайлыраҡ итеү. Быға аҡсаның бөтә арсеналы йүнәлтелә», - тип яңы проекттың башланыуына аңлатма бирҙе хеҙмәт министры Ленара Иванова. Уның һүҙҙәренсә, мәшғүллек хеҙмәтенә ғәҙәти хеҙмәттәр күрһәтергә генә түгел, ә айырым кешеләрҙең тормош хәленә һәм аныҡ эш биреүселәрҙең бизнес-ситуацияһына ярашлы «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса проблемалар комплексын хәл итергә кәрәк.

Белешмә. Беренсе «Рәсәй эш» кадрҙар үҙәге республикала 2019 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолдо. 2020-2021 йылдарҙа мәшғүллек хеҙмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Орджоникидзе районы буйынса филиалында, 2022 йылда иһә төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә тормошҡа ашырылды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: