+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь 2022, 10:25

Халыҡ-ара санкцияларҙы еңеү мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш

 Башҡортостанда тотороҡлоҡҡа булышлыҡ итеү буйынса саралар күрелде

Халыҡ-ара санкцияларҙы еңеү мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш
Халыҡ-ара санкцияларҙы еңеү мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш

3 июндә «Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында халыҡ-ара санкцияларҙы еңеү мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш уҙҙы. - Тәү сиратта инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырыу алғандарҙың һәммәһен дә ысын күңелдән сәләмләйем. Сөнки беҙҙең бурыс - Рәсәй бизнесына хеҙмәттәшлеккә, үҙ-ара эш итеүгә һәм инвестицияларға асыҡ ошондай биләмәнең булыуын күрһәтеү, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ултырышты асып. - Урал аръяғы - эшһөйәр кешеләр, ул ғәйәт ҙур тәбиғәт ресурстары. Республика премьер-министры Андрей Назаров санкцияларҙы еңеү мәсьәләләре буйынса сығышында Рәсәйҙең башҡа илдәрҙең санкцияларға ҡаршы тороу баҫымы арта барған осорҙа күптән йәшәүен билдәләне. Уның билдәләүенсә, хәҙерге ысынбарлыҡта коронавирус пандемияһы һәм нефткә хаҡтарҙың төшөүе көрсөккә ҡаршы яҡшы күнекмә булды. Башҡортостанда тотороҡлоҡҡа булышлыҡ итеү буйынса саралар күрелде

Фекер алышыу барышында, модераторҙың, донъя рейтинг агентлыҡтары аңлы рәүештә Рәсәй рейтингтарын кәметә, тигән һорауына яуап биреп, Милли рейтинг агентлығының генераль директоры Алина Розенцвет, был эштәр 2014 йылда уҡ үҙенең рейтинг тармағын булдырыуға этәргес бирҙе, тип билдәләне. Икенсе ыңғай һөҙөмтә тип Евразия иҡтисади союзы илдәренең берләшкән рейтинг киңлеге йәһәтенән етди импульс биреү аталды. Алина Розенцвет шулай уҡ Башҡортостан рейтингының юғары кимәлен һәм социаль, экологик һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төбәктең яҡшы потенциалын билдәләне. Пленар ултырыш Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә инвестиция әүҙемлеге һәм уңайлы инвестиция мөхите булдырыу рейтингына йомғаҡ яһау менән тамамланды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: