+23 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2022, 07:25

Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Иран партнерҙары менән Башҡортостан сервис компаниялары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте тергеҙеү һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлекте киңәйтәБашҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә
Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә

«Бөгөнгө һөйләшеүҙәр - май айында Иранда Башҡортостан эшҡыуарлыҡ миссияһының бай һәм һөҙөмтәле эш һөҙөмтәһе. Иран дәүләт нефть-газ компанияһы - донъялағы иң ҙур нефть-газ компанияларының береһе һәм Һиндостанда нефть һәм тәбиғи газды эҙләү, сығарыу, ташыу, эшкәртеү һәм экспортлауҙы эксклюзив алып бара. Иран партнерҙары менән Башҡортостан сервис компаниялары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте тергеҙеү һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, шулай уҡ тотош республика менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек», - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков.

 Осрашыуҙа компанияларҙың берлектәге эше буйынса яңы мөмкинлектәр менән таныштырҙылар. Был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн импульс булып тора. Ике аралығы хеҙмәттәшлек әһәмиәтле һөҙөмтәләр килтерер тип ышанабыҙ.

Фото интернет селтәренән алынды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас