+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2022, 12:40

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы асылды

 Граждандар форумы бер үк ваҡытта Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының күргәҙмә майҙансығы булып тора

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы асылды
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ форумы асылды

 Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы «Башҡортостан Республикаһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн» тигән маҡтаулы билдә булдырыласағын иғлан итте. Был билдәне алыусыларға  премия түләнә.

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумы асылды. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сара, ғәҙәттәгесә, коммерция булмаған берләшмәләр, бизнес, власть, халыҡтың үҙ-ара аралашыуы өсөн башланғыс майҙансыҡҡа әүерелә. Форумда Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Граждандар форумы бер үк ваҡытта Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының күргәҙмә майҙансығы булып тора, унда иң яҡшы тәжрибәләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар тәҡдим ителә, икенсе яҡтан - пленар ултырыш һәм тематик майҙансыҡтар эше сиктәрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн социаль-шәхси һәм йәмәғәтселек партнерлығы, хәйриәлек, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмғиәттәге роле темаларына ҡағылышлы иң мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү урыны.

Бөгөн кис форумға йомғаҡ «Граждандар башланғыстары: яңы мөмкинлектәр» пленар ултырышында яһала.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: