+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2022, 12:30

Республиканың юл яны сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проектына 1,5 миллиард һум һалына

Төҙөлгән юл буйы сервисы объекты Өфө районы биләмәһендә Р-240 «Өфө - Ырымбур» дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлы эргәһендә урынлашҡан

Республиканың юл яны сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проектына 1,5 миллиард һум һалына
Республиканың юл яны сервисы өлкәһендәге 10 инвестиция проектына 1,5 миллиард һум һалына

«Ирбис-РБ» яғыулыҡ компанияһы Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 10 юл яны сервисы һәм автозаправка объектын төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың суммаһы 1,5 миллиард һумға баһалана, 200 эш урыны булдырыу күҙаллана. Был хаҡта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында компания менән килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Премьер-министр, бер инвестиция проекты тормошҡа ашырылды ла инде, тип хәбәр итте. Төҙөлгән юл буйы сервисы объекты Өфө районы биләмәһендә Р-240 «Өфө - Ырымбур» дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлы эргәһендә урынлашҡан. Тағы дүрт инвестиция проекты республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Әлеге ваҡытта унда объекттар төҙөү өсөн ер участкалары бүлеү мәсьәләһе өйрәнелә.

Фото интернет селтәренән алынды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: