+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2022, 21:50

Ялғанды ысындан айырырға өйрәнергә кәрәк

Өлкән класс уҡыусыларын интернеттағы фейктарҙы танырға өйрәтәсәктәр

Ялғанды ысындан айырырға өйрәнергә кәрәк
Ялғанды ысындан айырырға өйрәнергә кәрәк

Бөгөн интернетта таратылған мәғлүмәт күләме ғәйәт ҙур. Был мәғлүмәттәрҙең бөтәһе лә дөрөҫ түгел. Ә шул уҡ ваҡытта интернеттағы фейктар тормошобоҙға реаль зыян килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, иҡтисади көсөргәнеш тыуҙырырға. Йәки вакцина менән чиплау һәм үҙаллы дауаланыу ысулдары тураһында ялған мәғлүмәт еткерергә. Әгәр өлкәндәр был хәбәрҙәргә әле бер аҙ икеләнеп ҡараһа, балалар йыш ҡына барыһын да ысын тип ҡабул итергә мөмкин.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм «Төбәктәр диалогы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы берлектәге мәғариф проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеп килеште. Ул уҡытыусыларҙың һәм өлкән класс уҡыусыларының һанлы белемен арттырыуға йүнәлтелгән. 16 июндә ҡул ҡуйылған Мәғариф министрлығы һәм «Диалог» килешеүе сиктәрендә уҡытыусылар берләшмәһе ялған мәғлүмәттәрҙе танырға һәм дөрөҫ булмағандарына ҡаршы тороуға йәлеп ителә.

«Төбәктәр Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Владимир Табак мәктәптә үк һанлы белемгә өйрәтергә кәрәк тип иҫәпләй. Шуға күрә Мәғариф министрлығы менән берлектәге проект хәҙер бик мөһим. Ул берлектәге тырышлыҡтың балаларҙы социаль селтәрҙәрҙә хәүефһеҙ тоторға өйрәтәсәгенә һәм уларҙы мәғлүмәти хәүефтән ҡотҡарырына ышаныс белдергән

Әйтергә кәрәк, Мәғариф министрлығы интернетта дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр менән көрәшеү буйынса эште беренсе йыл ғына алып бармай. «Минең мәктәбем» дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу уның иң мөһим өлөшө булды, унда уҡыусылар бөтә мәктәп фәндәре буйынса тикшерелгән мәғлүмәт ала аласаҡ. Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев һүҙҙәренсә, «Төбәктәр диалогы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән был  килешеүгә ҡул ҡуйыу ошо мөһим йүнәлеште тормошҡа ашырыуҙа тағы ла бер дәртләндереү сараһы буласаҡ.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: