+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2022, 19:07

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк

Быйыл көҙ Өфөлә IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк. Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты Ирина Роднина менән ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйған.

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале үтәсәк

IX халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале быйыл көҙ Өфөлә 15-20 ноябрҙә үтәсәк. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһы депутаты, олимпия чемпионы Ирина Роднина менән ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Өфөләге халыҡ-ара фестиваль программаһында - ете спорт төрө буйынса ярыштар үткәреү. Улар араһында - мини-футбол, баскетбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм шахмат. Шулай уҡ йәш спортсыларҙы бай эстәлекле мәҙәни-мәғариф программаһы көтә. Ирина Роднина ни өсөн туғыҙынсы фестивалде үткәреү майҙансығы итеп Башҡортостандың баш ҡалаһы һайланыуы хаҡында һөйләп үткән. «Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт физкультура-спорт ойошмаһы президенты  фестиваль үткәреү планы  республика етәкселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы,  был хаҡта тәүге йыл ғына һөйләнмәмәгәнлеге, пандемияға бәйле фестивалдең үткәрелмәй тороуы, ләкин мәсьәләнең онотолмағанлығы, көҙ көнө бындай сара Өфөлә үтәсәк, тип аныҡ әйтергә мөмкин икәнлеге тураһында һөйләгән.

Йола буйынса, мәктәп спорты фестивалендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән һәм башҡа дәүләттәрҙән: Әзербайджан, Әрмәнстан, Белоруссия, Үҙбәкстан, Молдова, Тажиҡстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстандан мәктәп командалары составында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: