+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2022, 18:50

Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ

Июль айында республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе музейын асыу күҙаллана

Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ
Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы асыласаҡ

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 4 мең квадрат метрҙа урынлашасаҡ. Музейҙың төп экспозицияһына "Ат һәм билдәләр", "Көнсығыш" һәм "Көнбайыш" паннолары менән мәмерйәләге һүрәттәрҙең аныҡ күсермәләре инәсәк. Экспозицияның төп өлөшөн бер нисә ай дауамында Францияның Монтиньяк ҡалаһында яһағандар һәм 13 көн дауамында автопоезда Бөрйән районына алып килгәндәр. Төп экспозициянан тыш, комплекста ғилми-тикшеренеү комплексы, фонд һаҡлағыс, археология экспонаттары музейы, амфитеатр, төрлө форумдар уҙғарыу өсөн ике конференция залы буласаҡ. Музей комплексы һынау режимында март аҙағында эшләй башлаған. Июль айында ул теләге булған һәр кем өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Был хаҡтаБашҡортостан телевидениеһының "Хәбәрҙәр" тапшырыуына "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: