-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июль 2022, 15:00

Авиация байрамы үтәсәк

 “Первушино” аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур авиация байрамы үтәсәк

Авиация байрамы үтәсәк
Авиация байрамы үтәсәк

Шәмбе, 9 июлдә, “Первушино” аэродромында Первушино AviaFest ҙур авиация байрамы - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк.

Сара 13.00 сәғәттә башланып, 20.00 сәғәттә тамамланасаҡ. Инеү ирекле.

Байрамда яңғыҙ һәм төркөм пилотажы программаһы менән бөтә Рәсәйҙән 50-нән ашыу самолеттың һауаға күтәрелеүе күҙаллана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын үтеүҙән тыш, шул осорҙоң миллионлаған совет һалдатына ла ҡанаттар биргән легендар По-2 самолеты (1942 йылда сығарылған) күрһәтеү осошо яһаясаҡ.

Аэродром майҙансығында авиация техникаһы күргәҙмәһе була. Самолеттар менән фотозона эшләйәсәк. Байрам ҡунаҡтарын Өфө ҡалаһының иң яҡшы коллективтары һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс концерт программаһы, шулай уҡ Беларустан килгән авиация йырҙарының билдәле авторы Николай Анисимовтың сығыштары көтә. Байрамда фуд-корт зонаһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу урыны, уйын майҙансыҡтары, ижади оҫталыҡ дәрестәре эшләй, шулай уҡ юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техникаға тест-драйв үткәреләсәк.

Фестивалдең һәр ҡунағы хәйриә уйынында ҡатнаша ала. Һеҙҙе компания менән  самолетта осоу, спорт велосипедтары, заманса гаджеттар, автомәктәптә уҡыу һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр көтә! Һатып алған һәр билет – отошло буласаҡ, уларҙың хужаларына стоматология клиникаһында бушлай ҡабул итеү, һүрәт төшөрөү студияһында дәрестәр үткәреү, батут паркына барыу, шулай уҡ мобиль телефонды хеҙмәтләндереү мөмкинлеге биреү күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәтте сараны ойоштороусыларҙан һәм мәғлүмәт ресурстарында белә алаһығыҙ.

Билеттар һатыуҙан алынған аҡсалар  үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Фестиваль аҙағында һауа шарҙары фиестаһы уҙғарыла, унда теләгән һәр кем аэродром биләмәһен ҡош бейеклегенән ҡарай ала.

Сараға шәхси автотранспортта йәки Башавтотранс автобусында килергә мөмкин. Ул көндөҙгө 12-се яртынан киске 8-гә тиклем «Көньяҡ автовокзал - Первушино» маршруты буйынса йөрөйәсәк.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: