

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төбәктең инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыусы һәм уларҙы бойомға ашырыуҙы планлаштырыусы учреждениелар һәм ойошмалар, социаль һәм иҡтисади яҡтан әһәмиәтле, система булдырыусы ойошмалар араһында һорау алыу ойоштора. Һорау алыуҙың маҡсаты - хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе билдәләү.
Унда барлыҡ ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнаша ала. Анкетаны ойошма етәксеһе, персонал менән идара итеү бүлексәһе етәксеһе йәки белгесе, шулай уҡ ойошманы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр тултыра ала. Һораулама 2022 йылдың 8 июненән 24 июленә тиклем https://regionaljobs2022.vcot.info/ адресы буйынса онлайн-режимда уҙғарыла.
Ойоштороусылар мәғлүмәт тулыһынса конфиденциаль буласаҡ һәм дөйөмләштерелеп файҙаланыласаҡ, тип раҫлай.
Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:
Һорауҙарығыҙҙы regionaljobs@vcot.info е-mail-ы буйынса Савина Наталья Михайловна бирергә мөмкин.
Анкетала ҡатнашыусыларға консультация ярҙамы эш көндәрендә Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем күрһәтелә.
Тел. (495) 917-59-04, Баргоякова Ирина Игоревна.
Сығанаҡ: https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/460546/