Дәүләкән ҡалаһы Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләрҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, үҙҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, балаларының транспорт саралары менән ҡаршылыҡһыҙ файҙалана алыу мөмкинлегенә юл ҡуймауҙарын үтенә.
ЮХХДИ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға битараф ҡалмаҫҡа кәңәш итә.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Шуны иҫтә тотоғоҙ: балағыҙ, һеҙҙән, ата-әсәһенән өлгө алып, урам ҡанундарына өйрәнә!
Һеҙҙең өлгө үҙегеҙҙең генә түгел, ә башҡа балаларҙы ла урамда тәртипле булырға өйрәтһен. Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын! Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Огибдд-Отдела-Мвд-России По--Давлекановскому-Району төркөмө материалдарынан.
Фото: шул уҡ төркөмдән.