0 °С
Болотло
2008 йылдан билдәләнгән был көн хәҙер рәсми байрам булып иҫәпләнә.
Ул Рәсәйҙә 8 июлдә үткәрелә.
Байрам ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында булдырылды, тиелә документта.
БР Башлығы был көндө ғаиләләргә наградалар тапшыра. Улар араһында «Атай-әсәйлек ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» дәүләт, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!» ижтимағи наградалары бар.
Беҙҙең Башҡортостанда бындай маҡсатлы көндәр йылына бер нисә тапҡыр билдәләнә. 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө лә бар.