Бөтәһе лә еңеү өсөн - ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының хәрби подразделениеларына ярҙам итеү проекты. www.pobeda.onf.ru порталында әйберҙәрҙең ҡайҙа ҡабул ителеүе, яугирҙәргә нимә кәрәклеге, нисек аҡса күсерергә мөмкин булыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла. Бынан тыш, унда йөк ташыуҙың нисек барғанын ҡарарға мөмкин.
Иғәнәләрҙе һәм әйберҙәрҙе хәрби хәбәрселәр һәм блогерҙар йыя, ә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты уларҙың эшмәкәрлеген киңәйтә, дефицит тауарҙар һатып ала, склад биналары бирә һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Фронт шулай уҡ догистик сылбырҙар ойоштороуҙы һәм финанс күсереүҙәр хәүефһеҙлеген контролдә тотоуҙы ла үҙ өҫтөнә алған. Теләгән һәр кем яугирҙәргә аҡса йәки кәрәкле әйберҙәрҙе тапшыра ала. Бының өсөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының илдең бөтә төбәктәрендә эшләгән теләһә ниндәй бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бынан тыш, тәғәйен территорияларҙа йәшәүселәргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, кәрәк-яраҡтар, аптечкалар биреп, ярҙам итергә мөмкин. Уны нисек эшләргә һәм нимә кәрәклеге хаҡында «Тыныс халыҡҡа ярҙам» бүлегендә әйтелә.