-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 14:21

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кампания

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» тигән социаль кампания старт алды Яңы Бөтә Рәсәй социаль проекты юл саттарында аңлы тәртип булдырыуға йүнәлтелгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кампания
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кампания

6 июлдә Өфөлә «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» социаль кампанияһының төбәк этабы старт алды. Ул Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Владимир Александрович Севастьянов, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Владимирович Булушев, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Таһир улы Ғәниев, «Хәүефһеҙ хәрәкәт» транспортта хәрәкәт хәүефһеҙлеген пропагандалау үҙәге» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының координация советы ағзаһы Валентина Александровна Кульбицкая ҡатнашты.

Матбуғат конференцияһын асып, төбәк Дәүләт автоинспекцияһы вәкиле Владимир Севастьянов төбәктә ошо проекттың мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, бөтә республика буйынса статистик мәғлүмәттәр менән нығытты.

Ул быйыл Башҡортостан Республикаһында юл киҫелештәрен үтеү ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында 216 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәнлеге, уларҙа 5 кешенең ғүмере өҙөлөүе, 288 кешенең йәрәхәтләнеүе, урам киҫелештәренән светофорҙың тыйылған билдәһенә үтеү 52 юл-транспорт ваҡиғаһына килтереүе, уларҙа 1 кешенең ғүмере өҙөлгәнлеге һәм 89-ының йәрәхәтләнгәнлеге, федераль проект сиктәрендә төбәктә хәүефһеҙ юл хәрәкәтен пропагандалауҙың әүҙем алып барылыуы, бының әле үк юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүгә бәйле хәлдең яҡшырыуына килтереүе, йыл башынан алып 1412 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, был күрһәткестең уҙған йылдағынан 13,5 процентҡа кәмерәк булыуы, әммә, 148 кешенең һәләк булыуы һәм 1796 кешенең яраланыуы - һәр хәлдә, был һандарҙың юғары ҡалыуы, «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» социаль компанияһы граждандарыбыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙан торған билдәле бер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкинлек бирер, тип ышаныс белдереүе тураһында һөйләп үткән.

Александр Булушев «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» социаль кампанияһы атамаһынан күренеүенсә, халыҡ менән эшләүҙең бик мөһим булыуы тураһнда белдерҙе.

Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева алып барылған социаль кампанияның көнүҙәк булыуы һәм уҡыу процесы сиктәрендә балалар менән эш алып барылыуы тураһында һөйләне.

Денис Таһир улы Ғәниев үҙ сығышында мәғлүмәтте еткереүгә, юл-транспорт һәләкәттәрен иҫкәртеүгә ни тиклем күберәк иғтибар бүленһә, юлдарыбыҙҙың ҙда шул тиклем хәүефһеҙерәк буласағын билдәләне.

Валентина Кульбицкая «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» социаль кампанияһы һәм юл  киҫелештәрендә хәрәкәт темаһын һайлауҙың сәбәбе тураһында ентекләп һөйләп үтте.

Матбуғат конференцияһын тамамлап, ҡатнашыусылар, «Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!» социаль кампанияһы юл саттарында хәүефһеҙлекте үҫтереүҙең мөһим элементы буласаҡ, тип билдәләне.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың маҡсатлы аудиториялары өсөн мәғлүмәти-пропаганда саралары йәйен һәм көҙөн Рәсәйҙең 15 төбәгендә: Түбәнге Новгород өлкәһендә, Башҡортостан Республикаһында, Ҡалмыҡ Республикаһында, Адыгей Республикаһында, Брянск, Псков, Кострома, Новосибирск, Силәбе  өлкәләрендә, Мордовия Республикаһында, Приморье крайында, Иркутск крайында онлайн һәм офлайн-форматта үтәсәк.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: