+17 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
18 Июля 2022, 13:00

«Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

Башҡортостанда тәүе тапҡыр «Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу тәжрибәләре фестивале үтәсәк

«Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк«Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк
«Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

23-24 июлдә ҡала ситендәге «Фазенда» клубы биләмәһендә «Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу тәжрибәләре фестивале уҙғарыла. Сараны ойоштороусы булып Милли мунса булыу белгестәре федерацияһы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығыш яһай. Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының туризм өлкәһенән 1000-дән ашыу белгес ҡатнаша.

Спикерҙар араһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙәге иң ҙур үҙәктәр, мунса комплекстары һәм һауыҡтырыу шифаханалары етәкселәре һәм нигеҙ һалыусылары, шулай уҡ «Инжкомцентр ВВД» компанияһы милексеһе, «ПроПар» төҙөлөш компанияһы етәксеһе, «Рус Пары Мәктәбе»нә нигеҙ һалыусы, СПА һәм мунса комплекстарында инновация технологияларын булдырыусы Денис Вахов, медицина фәндәре докторы, профессор, «Юдино» Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ғилми үҙәгенең баш табибы Михаил Еремушкин, «СЕАН» Дәүләт комитеты директорҙары рәйесе Андрей Севастьянов, «СаунаСтройСервис» компанияһының етәксеһе һәм милексеһе Сергей Лохмутов, Өфө ҡалаһындағы «Баня на Крыше» мунсалар комплексы идарасыһы Кристина Бугрова һәм башҡалар бар.

Фестивалдә ҡатнашыусылар туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү, эске туризмды, атап әйткәндә, рекреацион туризмды үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Фестивалдең төп темаһы «ТУРИСТИК ТАРМАҠТА  ИМПОРТТЫ АЛМАШТЫРЫУ» пленар ултырышында асыласаҡ.

Фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә «Мунса - бизнес булараҡ» бизнес-форумы үтәсәк, унда ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе - табыш сығанаҡтарын, яңы технологияларҙы ҡулланыу, уңышлы тәжрибәләр, төҙөлөш, логистика, мунсаны нисек ғәмәлдәге бизнесҡа индерергә һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

«На Рахате» Беренсе мунса фестивален уҙғарыу төп сараларҙың береһе булмаҡсы. Уның маҡсаты - туризмды үҫтереүҙәге төп өлөш булған мунса мәҙәниәтен үҫтереү.

«На Рахате» фестивале - мунсала парланыу нигеҙҙәрен белеү мөмкинлеге генә түгел. Фестиваль ҡунаҡтары үҙҙәренең күҙҙәре менән илдең алдынғы мунсасылары ярыштарын ҡарай, шулай уҡ һыу һиптереү ҡоролмаһы ярҙамында күмәк кешеләрҙе һалҡын һыу менән ҡойондороу һәм күсмә йәмәғәт мунсаһында күмәк кешеләрҙе сабындырыу кеүек Гиннестың рекордтар китабына индереләсәк  ике яңы рекордты ҡуйыуҙа ҡатнаша ала. Фестиваль программаһы бай булмаҡсы: бөтә илдән күсмә һәм модулле мунсалар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, арт-объекттар, беҙҙең фестиваль баҙарында милли ризыҡтар һәм мунса тауарҙары төрлөлөгө. Һәм быларҙың барыһы ла иртә таңдан алып кискә тиклем барасаҡ!

Икенсе көндө ҡырағай үләндәр йыйыусылар форумы үткәреләсәк, унда уларҙы көйләү, йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, транспортлау һәм маркировкалауға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк. Белгестәр бизнеста был йүнәлештең көнүҙәклеген, шулай уҡ эш процесында ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуыуын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерәсәк. Сараларҙа ҡатнашыр өсөн алдан https://нарахате.рф. Сайтында теркәлергә кәрәк.

Килегеҙ. 23-24 июлдә, ҡала ситендәге «Фазенда» клубы (Ҡырмыҫҡалы районы, Түбәнге Тимкино ауылы). Беренсе «На Рахате» мунса фестивале. Бергәләп сабынайыҡ!

Фестивалдең ойоштороу комитеты: 7 800 234 87 85

info@нарахате.рф

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56638&sphrase_id=2310906

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас