

Республика менән идара итеү үҙәге 2018 йылдың ноябренән, республикала «Инцидент-менеджмент» системаһында эш башлағандан алып социаль селтәрҙәрҙә һәм «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ» Кире бәйләнеш платформаһында 548 640 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был һан артында ҡала һәм район хакимиәттәренең, республика башҡарма власть органдарының һәм Башҡортостандың Республика менән Идара итеү үҙәгенең команда эше ята.
Власть органдарының социаль селтәрҙәге эшенә төбәк Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге проекты етәксеһе Елена Прочаковская Башҡортостан Радий Хәбиров власҡа килгәндең тәүге көндәренән алып халыҡ менән кире бәйләнешкә ҙур әһәмиәт биреүе, шуға күрә Башҡортостан чиновниктары күптән социаль селтәрҙә эшләүе, министрлыҡ, ведомство, муниципалитет һәм уларҙың етәкселәренең сәхифәләре барлығы, ә уларҙың эше республика Башлығы бойороғо менән көйләнгәнлеге тураһында аңлатма бирҙе.
Дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәрен халыҡтан кире бәйләнешһеҙ ҡороп булмай. Шуға күрә бөгөн дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшенең төп йүнәлеше - кешелеклелек. Тап ул чиновниктар эшмәкәрлегенең нигеҙе, ә уларҙың халыҡ өсөн уңайлы майҙансыҡтарҙа, социаль селтәрҙә булыуы - мотлаҡ аралашыу шарты булырға тейеш. Был хаҡта ҡалаларҙы үҫтереү һәм трансформациялау буйынса Бөтә Рәсәй форумында «Төбәктәр диалогы» автономлы коммерция булмаған ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Вадим Никишин белдерҙе. «Аҡыллы ҡала» форумы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, быйыл Мурманскиҙа ул 200 кешене йыйҙы.
Форум сиктәрендә унда ҡатнашыусылар халыҡ менән власть араһындағы бәйләнештәрҙе һәм улар асҡан мөмкинлектәрҙе тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, дәүләт менән халыҡ араһындағы диалог күбеһенсә илдә Төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре селтәрен булдырыу арҡаһында барлыҡҡа килде. Киләһе аҙым - муниципалитеттар кимәлендә Республика менән идара итеү үҙәктәре булдырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 14 июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин власть органдары социаль селтәрҙә рәсми сәхифәләрен булдырырға тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Ошо закондың барлыҡҡа килеүе - дәүләттең диджитал өлкәһендә һөҙөмтәле эшләү күрһәткесе. Уны ойоштороуҙа «Диалог» компанияһы ла ҡатнашты. Һуңғы ярты йылда «Диалог» компанияһы Республика менән идара итеү үҙәге селтәре менән берлектә илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә кире бәйләнеш стандарттарын булдырҙы. Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән кире бәйләнеш идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеү өсөн нигеҙгә әүерелә, ә дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшенең төп байлығы - кешеләр.