+21 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
20 Июля 2022, 07:00

Йәштәр форумы уҙасаҡ

Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының « iВолга» йәштәр форумы асылыуға бер көн ҡалды

Йәштәр форумы уҙасаҡЙәштәр форумы уҙасаҡ
Йәштәр форумы уҙасаҡ

Һамар өлкәһендәге Мастрюков күлдәре территорияһында Волга буйы федераль округының « iВолга » йәштәр форумы лагерының төп майҙансыҡтарын ҡаранылар. Форум дирекцияһы һәм профилле ведомстволар вәкилдәре ҙур йәштәр сараһында ҡатнашыусыларҙы һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Быйыл форумға Рәсәй Федерацияһының 78 субъектынан, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһынан, 20 меңдән ашыу ғариза килгән.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Йәштәр форумы программаһын, территорияны һәм инә торған юлдарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен тикшерҙе. Лагерҙы «ҡабул итеү» барышында Фестиваль аҡланына контроль-үткәреү пункттары аша инергә кәрәклеге, периметры әле үк тимер ҡойма менән кәртәләнгәнлеге, Форумда ҡатнашыусыларҙың тәртибе һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм шәхси һаҡ ойошмалары вәкилдәре тарафынан тәьмин ителәсәге билдәләнде. Сараның офлайн һәм онлайн режимындағы  яңы форматы форумдың тышҡы донъя менән бәйләнешен тәьмин итергә, фестиваль яланы сигенә сығырға мөмкинлек бирә. Программа мөмкинлектәре киң резидент булараҡ та, шулай уҡ тамашасы булараҡ та ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Бының өсөнтеләгән һәр кем сайтта ҡыҫҡаса теркәлеү үтергә генә тейеш.

Шулай уҡ Рәсәй йәштәренең юбилей форумы өсөн билдәләнгән «Этномәҙәни күп төрлөлөк» тематикаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән билдәләнгән Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ йылы темаһы менән тап килә тип билдәләнде. Юбилей « iВолга »һын ойошторғанда милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләренә ҡағылышлы белем биреү программаһы сараларын әҙерләүгә лә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән. Форумдың профилле этномәҙәни сменаһы федераль форматта күҙаллана. Шуның менән бергә «iВолга» сиктәрендә фән, эшҡыуарлыҡ, студенттарҙың үҙидаралығы, туризм, шулай уҡ илһөйәрлек һәм ирекмәнлек йүнәлешендә уҙғарылған сменалар ҙа һаҡлана.

Форумдың төп темаһын асыуға йүнәлтелгән округ әүҙемлектәре иҫәбенә тарихи реконструкция фестивале һәм фольклор, этноколлективтар фестивале инә. Шулай уҡ йәштәрҙең ғилми-техник ижады һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстары күргәҙмәһен грант финанслауын һаҡлап ҡалыу планлаштырыла. Быйыл «iВолга» унынсы юбилей форумын ойоштороуға Волга буйы федераль округының һәр төбәгенән төбәк форумдарын ойоштороусылар иҫәбенән вәкилдәр йәлеп ителгән.

Форум 2022 йылдың 21 июленән 29-ына тиклем үткәрелә. Уҙғарыу урыны - Һамар өлкәһендәге Мастрюков күлдәрендәге «Фестивалдар парк». Белешмә өсөн: «iВолга» йәштәр форумы Һамар өлкәһендә 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле етәкселегендә үткәрелә. Ойоштороусыһы - Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында Һамар өлкәһе хөкүмәте

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас