-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2022, 11:16

"iВолга" йәштәр форумы асылды

Һамар өлкәһендәге Мастрюков яланында тантаналы рәүештә Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумы асылды

"iВолга" йәштәр форумы асылды
"iВолга" йәштәр форумы асылды

21 июлдә Мастрюков күлдәрендәге Фестивалдар паркының төп сәхнәһе ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы, шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтарҙы Волга буйы федераль округының "iВолга" Йәштәрҙең  унынсы юбилей  форумын асыу тантанаһына йыйҙы.

Ике йылдан һуң бөтөн Рәсәйҙән, шулай уҡ Луганск халыҡ республикаһынан иң әүҙем, креатив һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр йәнә "iВолга" бренды аҫтында үҙҙәренең йәйге тарихын яҙа башлай. "iВолга" йәштәр форумы Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса уҙа.

Форумда ҡатнашыусыларға Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко сәләмләү хаты ебәргән.

Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев, Рәсәй президенты хакимиәтенең тарихи һәм гуманитар өлкәләрҙә дәүләт сәйәсәте мәсьәләләрен координациялау буйынса департамент етәксеһе Владислав Кононов, Һамар өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Фетисов ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып сәхнәнән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән йәштәрҙе Олег Машковцев ҡотлаған.

Форумда ҡатнашыусыларға Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров та үҙенең сәләмләү хатын ебәргән.

Һамар өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Фетисов үҙ сығышында, "iВолга" йәштәр форумының  дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң мөһим сара булыуын, йыл һайын ил үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан эшлекле, ижади йәш кешеләрҙе берләштереүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл форумда ҡатнашыусылар "Минең халҡым", "Киләсәк менән идара ит", "Эш эшлә", "Изгелек миссияһы", "Йәшәү урыны", "Ижади процесс" сменаларын, "Практика", "Балалар Волгаһы" һәм "Дәүләт йәштәр сәйәсәте" лабораториялары кеүек 9 профилле сменаны үҙ эсенә алған белем биреү программаһын уҙғара. Эшлекле программа ла байтаҡ сараларҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында - "Мәғариф сифаты: киләсәккә ҡараш" темаһына «түңәрәк өҫтәл» һәм башҡа ҡыҙыҡлы дискуссиялар. Тәүге тапҡыр "Балалар Волгаһы" йүнәлешендә көндөҙгө форматта иң йәш активистар ҡатнаша, уларға 16-17 йәш. Йәштәр ваҡиғаһында, ғәҙәттәгесә, күңеле менән йәш булғандар - 50-65 йәштәрҙәге "көмөш" волонтерҙар ҙа ҡатнашасаҡ.

Форумда аҙ хәрәкәт иткән йәштәр вәкилдәре лә ҡатнаша, улар өсөн майҙансыҡта инклюзив ҡаласыҡ булдырылған. Быйыл форумдың төп яңылығы - "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге" темаһы, ул һәр белем биреү сменаһына ҡоролған, бынан тыш, форумды тейешле брендлау һәм тематик округ саралары: реставратор-реконструкторҙар фестивале; округ этнокүргәҙмәһе (этнопавильон) һәм этномаркет; халыҡ мәҙәниәттәре фестивале ойошторола. Бынан тыш, программала тренинг дәрестәре, йәштәр проекттары конкурсы, ғилми һәм практик конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк-ара асыҡ ярыштар, күргәҙмәләр, инициативалар йәрминкәләре, федераль, округ һәм төбәк кимәлендәге эксперттар менән осрашыуҙар ҡаралған. 2022 йылда Волга буйы федераль округының "Волга буйы" йәштәр форумында округ төбәктәре башлыҡтары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары, коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмалары һәм түбәндәге ойошмалар етәкселәре ҡатнаша.

Гранттар өсөн ҡатнашыусылар форум дауамында көрәшәсәк. Быйыл грант конкурстары икәү: округ һәм бөтә Рәсәй. Тәүге өс йүнәлеш сиктәрендә - бизнес-проекттар, дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттар һәм "Халыҡтарҙың этномәҙәни күп төрлөлөгө һәм берҙәмлеге". Еңеүселәр 500 мең һумға тиклем грант ала аласаҡ. Бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә - 15 йүнәлеш. Форум резиденттарының үҙ башланғыстарына ярҙам итеү өсөн миллион ярым һумға тиклем отоу мөмкинлеге бар. Форумды асыу тантанаһынан һуң төп сәхнәлә йырсы Инна Рахман, шулай уҡ йырсы, актёр һәм блогер Ваня Дмитриенко сығыш яһаны. 28 июлдә Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумын ябыу тантанаһы үтәсәк. Был көндә һәр сменаның эшенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәр бүләкләнәсәк.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: