+17 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
22 Июля 2022, 16:00

Рәсәйҙә яңы электр автомобиле менән таныштырҙылар

Тесланан да текәрәкме? «Рәсәйҙең яңы кроссоверы» тураһында ентекләберәк.

Рәсәйҙә яңы электр автомобиле менән таныштырҙыларРәсәйҙә яңы электр автомобиле менән таныштырҙылар
Рәсәйҙә яңы электр автомобиле менән таныштырҙылар

Тәүге тапҡыр Рәсәй электромобиле Түбәнге Новгородта күрһәтелде. Быға тиклем «Алмаз-Антей» оборона-сәнәғәт концерны әҙерләгән машина 2021 йылда ғына, ләкин транспорт сараһының нигеҙен тәшкил иткән модулле платформа сифатында, шулай уҡ патент һүрәттәрендә күрһәтелде. Әлеге презентация «Алмаз-Антей» структураһына ингән «Еңеүҙең 70 йыллығы исемендәге Түбәнге Новгород заводы» цехтарында үтте, автомобилдә ҡыҫҡа сәфәрҙе Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры һәм йәнә тәғәйенләнгән вице-премьер Денис Мантуров яһаны, тип хәбәр итә «Рус автомобиле». Әлегә был хәрәкәт итеүсе макет ҡына, ләкин хәҙер автомобилдең нисек йөрөүен баһаларға мөмкин. Йөрөү запасы - яҡынса 400 саҡрымдан ашыу. Машина биш урынлыҡ ыҡсым кроссоверҙарға ҡарай.

Шасси - «Алмаз-Антей»ға ингән Обухов заводынан, ә кузовты Санкт-Петербург политехы эшләгән. E-Nevaның Габарит оҙонлоғо 4,5 метр (VW Tiguan да шундай уҡ оҙонлоҡта) тәшкил итә, ә бына тәгәрмәс базаһы ошо уҡ класҡа ҡарағандарҙан күпкә оҙонораҡ. Уның сиктәрендә 463 саҡрымға тиклем юл запасын тәьмин итеүсе батареялар уратылған. Багажникының күләме 610 литр. Ике электромотор (алғы һәм артҡы күсәрҙә) бөтәһе 320 кВт (435 л.с.) һәм 824 Нм һөҙөмтәне тәьмин итә, сәғәтенә 60 км тиклемге тиҙлеккә  2,7 секундта етә. Иң ҙур тиҙлек - сәғәтенә 197 саҡрым. Салонда – 15" экранлы медиасистема  һәм проекция дисплейы.

Саф электромобилдән тыш, 810 километр самаһы юл запасы булған эҙмә-эҙлекле (тәгәрмәстәр ДВС менән бәйләнешһеҙ) гибридлы модификацияға ла нигеҙ һалынды. Был платформала еңел һәм коммерция моделдәрен төҙөргә мөмкин.

«Алмаз-Антей» концерны E-Neva электр автомобиле буйынса эштәрҙе тулыһынса үҙ иҫәбенә башҡара. Шул уҡ ваҡытта, был ПВО комплекстарын эшләүсе һәм етештереүсе  60 предприятиены үҙ эсенә алған 100 процентлы дәүләт берләшмәһе.

Йәғни һүҙ конверсия - граждандар продукцияһында хәрби технологияларҙы ҡулланыу хаҡында бара. Әйтергә кәрәк, концерн составында Брянск автозаводы ла бар - ул ракета ташыусыларҙың үтә ауыр шассиҙарын етештерә.

 Күрһәтелгән электр автомобиленең баҙарға сығыу ваҡыты әлегә әйтелмәй, ләкин, президенттың 2016 йылдың 5 декабрендәге ҡушыуына ярашлы, «оборона» предприятиеларында граждандар продукцияһының өлөшө 2025 йылға - 30% һәм 2030 йылға 50% тәшкил итергә тейеш.

«За рулем» журналының Интернет мәҡәләһе материалдарынан.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас