Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко уҙғарған кәңәшмәлә «Табипҡа яҙылыу» сервисы эше ниндәй субъекттарҙа яҡшыраҡ ойошторолғанлығы тикшерелде. Портал «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Был хаҡта, ил башҡарма власть органының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, «Республика Башҡортостан» гәзите хәбәр итә. Вице-премьер һүҙҙәренсә, үткән айҙа киберхәүефһеҙлек, шулай уҡ һанлы өлгөрөү күрһәткестәре буйынса федераль һәм төбәк власть органдарында үҫеш күҙәтелгән һәм Милли координация үҙәгенә тоташтырылған. Иң яҡшы күрһәткестәр Казначейство, Мәҙәниәт министрлығында һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡта, артабан Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында һәм Рәсәй гвардияһында килә. Төбәктәр араһында һанлы трансформация рейтингында тәүге урындарҙы Тула һәм Силәбе өлкәләре һәм Татарстан биләй.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, президент Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында һанлаштырыу иҫәбенә технологик бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һанлы сервистар экосистемаһын булдырыу өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр витриналарын формалаштырыу процесын тикшерҙе. Дмитрий Чернышенко Башҡортостандың «Табипҡа яҙылыу» сервисын әҙерләүҙәге уңыштарын баһаланы. Вице-премьер Башҡортостанда, Дағстанда, Калугала, Ямал-Ненец автономиялы округында, Ырымбурҙа пилот проекты сиктәрендә табипҡа ҡабул итеүгә дистанцион яҙылыу рәүешендә хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифаты артыуын, уларҙың уңышлы тәжрибәһен анализларға һәм таратырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә Рәсәй төбәктәренең һанлы трансформацияһы етәкселәренә йыл аҙағына тиклем «Табипҡа яҙылыу» сервисын үҫтереү өсөн төбәк мәғлүмәттәр витринаһын булдырырға һәм уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре платформаһына тоташтырырға ҡушылды. Сентябрҙән был эш субъекттарҙың һанлы трансформацияһы рейтингын төҙөгәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Төҙөлөш тармағын һанлаштырыу кәңәшмәнең тағы ла бер темаһы булды. Мәҫәлән, Башҡортостанда «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы индерелде, уның ярҙамында халыҡ онлайн режимда бөтә төҙөлөш хеҙмәттәрен алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: government.ru