iВолга эшләй башлағандан алып 20 000 самаһы кеше онлайн режимда - Волга буйы федераль округының Йәштәр форумының белем биреү һәм мәҙәни программаһы тамашасылары булды. Форумды асыу тантанаһының тура трансляцияһын 200 меңдән ашыу кеше ҡараны. Форумға 14 йәштән өлкән һәр кем ҡушыла һәм тамашасы була ала. Бының өсөн 2022 йылдың 27 июленә тиклем https://ivolgaforum.ru рәсми сайтында теркәлергә, «теркәү» төймәһенә баҫырға кәрәк. һәм ҡыҫҡа форманы тултырырға. Теркәлгәндән һуң тура эфирҙарҙы тамашасының шәхси кабинетында ҡарарға мөмкин. Айырым трансляциялар шулай уҡ «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмдә (https://vk.com/forumivolga) баҫыла.
Форумды ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында төбәк Хөкүмәте сығыш яһай. Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаров та һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә һәм уларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Быйыл юбилейлы iВолга форумында ҡатнашыусыларҙы бай һәм ҡыҙыҡлы белем биреү һәм мәҙәни-ял итеү программалары көтә. Әйтәйек, 2020-2021 йылдарҙа онлайн-форумды уҙғарыу осоронда белем биреү программаһына индерелгән Soft Skills и Open Space махсус тренинг йүнәлештәре эшләй башланы ла инде.
Тренинг программаһы сиктәрендә беренсе пар булып ҡатнашыусылар өсөн партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек темалары тирәләй төҙөлгән Soft Skills махсус уҡыу йүнәлеше үтәсәк. Был йүнәлештең маҡсаты - ҡатнашыусыларҙа йомшаҡ оҫталыҡты үҫтереү, командалағы эш һәм үҙ-ара проектлы эш итеүҙең яңы форматтары тураһында күҙаллауҙы киңәйтеү. iВолгалағы Soft Skills тренерҙары - мәғариф һәм тренинг программаларын әҙерләүселәр, системалы бизнес өлкәһендәге эксперттар һәм профессиональ психологтар. Йүнәлештең эш концепцияһы менән «Soft Skills»ты ойоштороу буйынса хеҙмәт етәксеһе Мария Кузьмина бүлеште. Ул iВолга Skillsтың 2019 йылда уҡ уйланылған, форум сиктәрендә яңы йүнәлеш булыуын, уның төп маҡсаты - Soft Skills - йомшаҡ күнекмәләрҙе үҫтереү икәнлеген юилдәләне. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар хеҙмәт баҙарында әлеге көндә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алған Hard Skills һөнәри күнекмәләр өҫтөнлөклө һаналғанлығын, әле улар менән бер рәттән компанияның билдәле бер эшмәкәрлек өлкәһенә бәйле булмаған профессиональ Soft Skills та һорау менән файҙаланыуын, тенденцияларҙың тиҙ үҙгәреүе һәм эшмәкәрлектең төрөн алмаштырыу мөмкинлеге был күнекмәләрҙең талап ителеүенә килтереүен, алдынғылар рәтендәге Soft Skills та кешеләргә тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барырға ярҙам итеүен, мәҫәлән, һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы клиенттар һәм партнерҙар менән аралашыу өсөн генә түгел, көндәлек тормошта үҙ сиктәребеҙҙе билдәләү өсөн дә кәрәклеген, Soft Skillsты үҫтереү буйынса курстың төп компетенцияһы - «партнёрлыҡ» булыуын, ҡатнашыусыларҙың партнерлыҡ һәм командала эшләү хаҡында күҙаллауҙарын киңәйтергә, улар менән хеҙмәттәшлек һәм конфликттар хаҡында мифтарҙы тикшерергә, уларға проектлы үҙ-ара эш итеүҙең яңы форматтары хаҡында һөйләргә кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Курс 6 тематик блоктан тора:
«Мин - позиция» - аралашыуҙа һәм эшмәкәрлектә үҙең һәм эштәреңде тормошҡа ашырыуың тураһында;
«Мин - партнер» - башҡа кешеләр менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм командала йәшәү тураһында;
«Мин - асыш» - ижад, илһам һәм яңы идеялар хаҡында;
«Мин - ҡарар» - яуаплылыҡ, ҡарарҙар ҡабул итеү һәм лидерлыҡ тураһында;
«Мин - ваҡиға» - башҡалар өсөн үҙ эшеңдең һөҙөмтәләрен күрһәтеү һәм аудитория менән аралашыу ысулдары тураһында;
«Мин - ҡаҙаныш» - ҡатнашыусылар үҙҙәренә «Нимәләр беләм?», «Нимә эшләй беләм?» «Мин нимәләргә эйәмен?» тигән һорауҙарға яуап бирәсәк блок.
Эш барышында ҡатнашыусылар ҡарар ҡабул итергә һәм яңы продукт уйлап табырға ҡамасаулаған коммуникацияларҙың ҡаршылыҡтарын билдәләй ала. Шулай уҡ үҙең һәм эшмәкәрлегең менән идара итеү варианттары, үҙең һәм эшең тураһында һөйләшәсәктәр һәм үҙҙәренең «көс нөктәләрен» һәм үҫештәренең «үҫеш нөктәләрен» таба аласаҡтар.
Open Space-тың икенсе махсус йүнәлеше тәүгә офлайн-форматта уҙасаҡ һәм 11 асыҡ майҙансыҡтан торасаҡ. Унда ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыуҙар форматында, шулай уҡ эксперттар менән осрашыуҙар барышында көнүҙәк темаларҙы тикшерә аласаҡ. Шулай уҡ программаның теләһә ниндәй майҙансығында: «Үҙгәреш лидерҙары», «Экотормош», «Ирекмәндәр», «Бизнес-аҙым», «Киләсәк һөнәрҙәре», «Сикһеҙ донъя», «Көмөш ирекмәндәр» һәм «Матур осрашыуҙары»нда ҡатнашырға мөмкин. «Менталь сәләмәтлек» һәм «Мода биләмәһе», шулай уҡ форум партнёры «Союзмультфильм»дың махсус майҙансығы быйылғы эштең яңылыҡтары булды.
«Open Аir юбилей форумының аҙаҡҡы көнөнөң фишкаһына әүереләсәк. Был көндө бөтә майҙансыҡтар ҙа практик-йүнәлеш оҫталыҡ дәрестәренә әйләнәсәк, унда ҡатнашыусылар бизнес-менторҙар менән үҙ проектын үҫтереү тураһында аралаша, сертификацияланған коучтан мөһим һорауҙарға яуап ала, шулай уҡ заманса технологияларҙың мөмкинлектәрен баһалай аласаҡ. Ойоштороу буйынса хеҙмәт етәксеһе Алевтина Бухнер офлайн һәм онлайн режимдар форумдың тышҡы донъя менән бәйләнешен тәьмин итергә һәм фестиваль аҡланынан ситкә сығырға, төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, панель дискуссиялар һәм эксперттар менән осрашыуҙар форматында көнүҙәк темаларҙы ирекле тикшереү өсөн мөмкинлек биреүе, майҙансыҡтар йәштәр форумының төп 8 сменаһына ҡарамай формалашыуын, мәҫәлән, һәр ҡатнашыусы үҙенә тап килгән йүнәлеште үҙаллы һайлай алыуын, көн һайын iВолганың һәр резиденты төрлө әүҙемлекте һайлай алыуы тураһында һөйләне.
Фото: ivolgaforum.ru