+14 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
28 Июля 2022, 11:15

Баш ҡалала X-Waters халыҡ-ара серияһы йөҙөүҙәре ойошторола

31 июлдә Өфөлә өсөнсө тапҡыр X-Waters халыҡ-ара серия йөҙөүҙәре үтәсәк.

Баш ҡалала X-Waters халыҡ-ара серияһы йөҙөүҙәре ойошторолаБаш ҡалала X-Waters халыҡ-ара серияһы йөҙөүҙәре ойошторола
Баш ҡалала X-Waters халыҡ-ара серияһы йөҙөүҙәре ойошторола

Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәнән хәбәр итеүҙәренсә, йөҙөү ҡала үҙәгенә ҡараған Ағиҙел йылғаһының ике күпере, Дуҫлыҡ монументы, амфитеатр янындағы яр буйындағы  финиш маршруты менән уҙа. Йөҙөүселәр 2, 3,5, 5 һәм 10 саҡрым арауыҡта ярыша. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән һәм бер нисә илдән йәмғеһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.

Былтыр бөтә дистанцияларҙа Рәсәйҙең 28 төбәгенән 400 кеше старт алғайны. Быйылғы ярышта 18 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Йәш төркөмдәрендә ҡатнашыусыларҙың йәше 2022 йылдың 31 декабренә ҡарата тулы йәш һаны буйынса билдәләнә. Йөҙөүселәрҙең барыһына ла фирмалы йөҙөү башлыҡтары, финишта эксклюзив миҙал тапшырыла. Старт нөктәләренә автобус трансферы планлаштырылған. Финиш ҡаласығы Ағиҙел йылғаһы буйында, «Йәшлек» спорт-һауыҡтырыу комплексынан ағым буйынса 800 метрға түбәнерәк урынлашасаҡ.

Автор: Розалия Вәлиева.

«Башинформ» агентлығы материалдарынан.

Автор:"Башинформ" агентлығы
Читайте нас