-16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2022, 16:05

«Башҡорт аты» республика фестивале

 Баймаҡ районында «Башҡорт аты» республика фестивале ҡунаҡтарын нимә көтә

«Башҡорт аты» республика фестивале
«Башҡорт аты» республика фестивале

 

Баймаҡ районының Граф күле ике көн дауамында уникаль һәм сағыу тамаша майҙансығы буласаҡ, унда милли спорт төрҙәрен, кәсептәрҙе һәм аш-һыуҙарын үҙ итеүселәр йыйыласаҡ. Һүҙ республика «Башҡорт аты» фестивале тураһында бара. Был хаҡта «Баймаҡ хәбәрҙәре» хәбәр итә. 29 июлдә «Ылаҡ», «Мәргән уҡсы» һәм «Ауҙарыш» уйындары буйынса һайлап алыу ярыштары уҙа. Бер үк ваҡытта тамашасылар «Таш күтәреү» һәм «Көрәш» йүнәлештәре буйынса башҡорт күп алышы буйынса Урал аръяғы асыҡ чемпионатын ҡарай ала.

Төп саралар 30 июлгә билдәләнгән. Сарала ҡатнашыусылар халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен, спорт майҙансыҡтарын ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ фестиваль даирәләрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғалимдары ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәлдәр» ойоштороласаҡ. Улар башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Башҡорт атының төрлө йәштәге иң яҡшы тоҡомдары конкурсы, ат сабыштары, Егеттәр араһында конкурс, күрһәтмә ат-спорт ярыштары үтәсәк. Сараның  башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты менән тамамланыуы күҙаллана. Фестиваль Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды булышлығында уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы, «Мәргән уҡсы» автономлы коммерция булмаған ойошмаһы Фестивалде ойоштороусылары булып тора

. Фото: "Баймакский вестник" гәзите сайтынан.

Автор: Ольга Юдина.

Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас