Ул 28 июлдән 29 июлгә тиклем үтәсәк. Семинарҙа Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенең вәкилдәре ҡатнаша.
Республика Башлығы Радий Хәбиров семинарҙың пленар ултырышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, социаль заказдың дәүләт структураларының бик ҡуҙғалып бармауы йәки эштәренең артыҡ күп булыуы арҡаһында уңышлы эшләп китә алмаған гражданлыҡ йәмғиәте институтын, коммерция булмаған ойошмаларҙы мөһим социаль мәсьәләләрҙе үтәүгә йәлеп итеү булғанлығын, беҙҙең республиканың пилот төбәк икәнлеген һәм социаль заказ проектында өс йүнәлештә ҡатнашыуын билдәләне.
Пилот проекты уҙған йылда старт алды. Унда илебеҙҙең 16 төбәге ҡатнашты. Быйыл улаҙың һаны 30-ға етте. Улар араһында Башҡортостан да бар. Киләһе йылда проектҡа тағы өс төбәк ҡушыласаҡ. Граждандар өсөн социаль заказ күләмдәре лә арта – был тармаҡҡа миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән дә инде.
Рәсәй Федерацияһының финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров тарихтағы тәүге тапҡыр үткәрелгән «Соцзаказ-2022» семинары өсөн ниңә тап Өфө ҡалаһын һайлағандары тураһында әйтеп үтте.
РФ министры урынбаҫары Башҡортостандың коммерция булмаҡан ойошмалар менән эшлә- буйынса үҫеш рейтингында беренсе урындарҙы биләүен, ә әлеге пилот проектында ҡулланылған тәжрибәне бында 2015 йылдан уҡ тормошҡа ашыра башлағандарын, республиканың эҙмә-эҙлекле хәрәкәт итеүен, һәм уның быйылғы йылдан социаль заказдың пилот проектына инеүе үҫештең законлы рәүештә булыуын, бында РФ-ның 33субъекты вәкилдәрен йыйыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәтле булыуҙарын, төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙың мөһим булыуын биләдләне.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан соцзаказдың пилот проектын йортта социаль хеҙмәтләндереү, спорттың айырым төрҙәре буйынса башланғыс спорт әҙерлеге, мәктәп йәшендәге балаларҙың сәйәхәт итеүе өсөн шарттар тыуҙырыу кеүек өс йүнәлештә индерә башлаған. Беҙҙең төбәктә өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөүгә социаль сертификат файҙаланыуҙың уңышлы тәжрибәһе лә бар. Быйыл республика бюджетынан бүленгән 137 млн һумға ике меңдән ашыу сертификат бирелгән.
Фото: уе.102 ru