

Түҙемһеҙлек менән көтөп алынған «Башҡорт аты» фестивале башланды! Республика Башлығы Радий Хәбиров уны тормошҡа ашырыу тураһындағы уй-маҡсаттары менән уртаҡлашып, был сараның онотолмаҫ тамаша ла буласағы, башҡорт атына бағышланған фәнни йүнәлешкә лә офоҡ асыласағы ьураһында белдерҙе.
Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында Ылаҡ уйынының һайлап алыу туры башланған. Тантананы асыу сараһында уйынсыларҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов сәләмләгән.
Уйындарҙа Баймаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Учалы райондары һәм Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстан һыбайлылары ҡатнаша. Һуңғы ике команданың ҡатнашыуы ярышҡа айырым сәм өҫтәй.
Тамашасыларҙың бар иғтибары баймаҡтарға йүнәлгән, сөнки нәҡ ошо район Ылаҡ уйынын тергеҙгән, күп еңеүҙәр яулаған һәм республикабыҙ исеменән Ҡырғыҙстанда ла сығыш яһаған. Әммә башҡа ылаҡсылар ҙа уйында еңергә ышанысын белдергән. Йәрәбә буйынса тәүге уйында баймаҡтар һәм әбйәлилдәр көс һынаша. Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн һәм иртәгә Граф күле буйында «Башҡорт аты» фестивале үтә.
Рәхим итегеҙ!