-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2022, 19:00

«Башҡорт аты»нда – аттар парады

Аттар парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды! Унда Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә атлылар ҡатнашты

«Башҡорт аты»нда – аттар парады
«Башҡорт аты»нда – аттар парады

Бөгөн ике көн дауамында барған "Башҡорт аты" фестивале тамамланды. Уның сиктәрендә төрлө ат спорты ярыштары, "Ылаҡ", "Ауҙарыш", "Бәйге", "Мәргән уҡсы" уйындары ойошторолдо, ҡымыҙ етештереүселәр, ат егеү кәрәк-ярағын эшләүселәр конкурсы үтте. Шулай ҙа аттар  парады фестивалдең төп биҙәге булды. Парадта республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажиҡстан, Дағыстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан парадта ҡатнаштылар. Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, "Башҡорт аты" фестивале, "Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов  исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы!

Элек-электән башҡорт аты- халҡыбыҙҙың яҡын дуҫы, яуҙашы булған. Халҡыбыҙҙы атһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Бөгөн дә ул ауыл хужалығында, спорт ярыштарында ҡулланыла, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Ә бөгөнгө тамаша йәнә бер тапҡыр башҡорт атын бөтә илгә танытты, уның бар асылын һәм булмышын күрһәтте.

Атың булһа, ил таный, ти халыҡ мәҡәле лә. Атлы башҡорт халҡын барыһы ла танып ҡына ҡалманы, ә уны яҡындан күрҙе, һоҡланды һәм ғорурланды.

Әйткәндәй, ат парадында яҡынса 500-гә яҡын ат ҡатнашты.

Автор: Кәримә Усманова.

Автор фотоһы.

https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-30/konnyy-parad-na-festivale-bashkort-aty-sobral-uchastnikov-iz-raznyh-regionov-rossii-i-zarubezhya-2892838

 

 

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: