+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2022, 20:00

Иң оҫтаһы кем булыр?

Баймаҡ районы йәмле Граф күле янында "Башкорт аты" фестивале дауам итә. Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша.

Иң оҫтаһы кем булыр?
Иң оҫтаһы кем булыр?

Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов. Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.

-Рәмил Оморҙаҡ улы сананың табанына йүкә ағасын ҡулланыуы, һунар санаһын ҡыш көнө һунарға йөрөү, ат көткәс, көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланылыуы, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарҙы ла үҙе эшләүе, ейәне Мирйәндең дә ярҙамлашыуы тураһында һөйләп үтте.
Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарын заказ буйынса етештерә.
Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.

Кәримә Усманова.
Автор фотоһы.

 

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: