+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2022, 21:15

Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.

"Баймаҡ аты" фестивале сиктәрендә, эшлекле "түңәрәк өҫтәл"дәр үҙ эшен башланы.

Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.
Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.

Унда йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡомсолоҡ репродукторҙары, зоотехниктар, генетика, селекция һәм аттарҙы тоҡомло үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Улар "түңәрәк өҫтәл"Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, был өлкәлә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен, проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо камиллаштырыу юлдарын өйрәнә. Эшлекле программа майҙансығының модераторы - ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов. Спикерҙар -  ауыл хужалығы фәндәре докторы Ираида Әбубәкирова, "Толпар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Рафаэль Һырлыбаев һәм башҡалар.

Әйткәндәй, сара алдынан йылҡысылыҡ һәм башҡорт тоҡомло аттарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, иң тәмле ҡымыҙ етештереүселәр- Денис Өмөтбаев, Фәнис Кәримов, Рафаэль Һырлыбаев һәм башҡалар бар.

Кәримә Усманова.

Автор фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-07-30/t-p-ma-sat-to-omsolo-eshen-yay-a-alyu-2892158

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: