+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2022, 17:35

Аварияла бала зыян күргән

Дәүләкәндә бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Аварияла бала зыян күргән
Аварияла бала зыян күргән

Ҡаланың көнсығыш яғындағы урау юлда урында йәшәүсе ир идара иткән сит ил машинаһы Октябрьский ҡалаһы кешеһе идара иткән Нива менән бәрелешкән. Аварияла сит ил машинаһында ултырған ете йәшлек бала, шулай уҡ Ниваның водителе зыян күргән.

Йәйен авариялар һаны ҡырҡа арта. Йыш ҡына юл фажиғәләрендә балалар зыян күрә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре кескәй пассажир өсөн етди эҙемтәләргә юл ҡуймау маҡсатында уны балалар креслоһында йөрөтөргә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Автомобилдәрҙә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн РФ КоАп-ның 12.23-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса 3000 һум күләмендәге штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: