+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2022, 17:15

Матурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ

Таныштарым Павловка һыуһаҡлағысындағы матурлыҡҡа хайран ҡалған

Матурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ
Матурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ

Ошо ял көндәрендә таныштарым Павловка һыуһаҡлағысында ял итеп ҡайтты. Тәьҫораттар иҫ китмәле, тиҙәр улар.  «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә бында туристар өсөн база барлыҡҡа килгән.

- Әле бында туғыҙ йорт һалынған. База биләмәһендә кафе, мунса, административ бина урынлаштырылған. Яр буйы зонаһы төҙөкләндерелгән, ятаҡтар, душ кабиналары ҡуйылған, кәмәләр өсөн ике причал эшләнгән. Комплекс биләмәһендә йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн шарттар бар, - тип беҙҙе лә ҡыҙыҡһындырҙылар.

Милли проекттар нигеҙендә эштәр дауам итә. Уларҙың ябай халыҡты ҡыуандырыуы айырыуса һөйөнөслө.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: