+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2022, 09:15

93 йәшлек инәй... Туҡай шиғырын һөйләй

Рабиға инәй әле лә теремек, йылға-күл буйҙарынан йөрөп килергә ярата

93  йәшлек инәй... Туҡай шиғырын һөйләй
93 йәшлек инәй... Туҡай шиғырын һөйләй

Фәриҙун ауылының иң өлкән кешеһе ул. Инәйҙең хәтере яҡшы, үҙенең үткән-кисергәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләргә ярата. Ә һуғыш балалары кисергән михнәттәр, халыҡсан тел менән әйткәндә, китап яҙырлыҡ. Сабырлығы, тырышлығы бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткәндер ҙә.

Рабиға Ғәлиәхмәтова 1929 йылдың 23 июлендә Шишмә районының Ибраһим ауылында тыуған. Мәктәптә бик яҡшы уҡыған, айырыуса тел дәрестәре еңел бирелгән. Инәй Ғабдулла Туҡайҙың  «Пар ат» шиғырын бөгөн дә тулыһынса  яттан һөйләй.  Ә был шиғырҙы ҡыҙ тәү башлап уҡытыусылары Хәмит Атанғоловтан ишеткән була. Немец теле айырыуса еңел бирелә уға. Уҡытыусылары Закира Игашева менән немец телендә генә һөйләшәләр. Бынан 80 йылдар элек ошо телдә ятлаған шиғырын да хәтерләй әле инәй.

Әммә һуғыш зирәк, отҡор ҡыҙҙың барлыҡ хыялдарын селпәрәмә килтерә. Ағаһын, атаһын фронтҡа алалар.  Ауырыу әсәһен, ике туғанын ҡарау уның иңенә төшә. Мәктәпкә йөрөүҙән туҡтарға тура килә. Аслыҡтан шешенгән туғандарын яҡындағы баҫыуҙан башаҡ йыйып алып ҡайтып үлемдән ҡотҡарып ҡала. Ул йылдарҙа кисергән яфаларын иҫенә төшөрөп, инәй алла һаҡлаһын, аслыҡ килмәһен, тип теләй. Колхозда эшләгәндә тоҡ аҫып, күрше совхоздан сәсергә орлоҡ ташый, иген баҫыуындағы билсәнде ҡул менән утайҙар. Шулай итеп, тылда ла Еңеү өсөн көрәш барған.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Рабиға Ғүмәр исемле егет менән таныша.Оҙаҡҡа һуҙмай ғаилә ҡоралар, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Тик ғаилә башлығы йәшләй генә был донъянан китеп бара. Дүрт баланы үҫтереү, уҡытыу, башлы-күҙле итеү яңғыҙ ҡатындың иңдәренә төшә. Мәҡәлә геройыбыҙ барлыҡ ерҙә лә өлгөрә. Уның хеҙмәт стажы – 52 йыл. Һауынсы, һөт ташыусы була.

«Һөт ташыуы бигерәк ауыр ине, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы инәй, - 10-12-шәр феләкте пар ат егелгән бричкаға тейәп, Дәүләкәнгә һөт заводына илтәм. Ҡайтҡанда  быҙауҙарға эсереү өсөн айыртылған һөт тейәйем. Бер генә эш көнөн дә ҡалдырмаҫҡа тырыштым, сөнки трудодень иҫәбенән иген бирәләр ине, ә бураңда ашлыҡ бар икән, ғаиләң туҡ тигән һүҙ».

Бергә эшләгән иптәштәрен, баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарын һағынып иҫкә ала ветеран. Тормош юлы ни тиклем генә ауыр булмаһын, башҡарған эшенән йәм табып, балаларының бәләкәй генә уңыштарына ла ҡыуанып йәшәгән.  Хужалыҡ етәкселеге  тырыш эшсәнде төрлө наградаларға тәҡдим иткән .

Бөгөн ул ҡыҙы Тәнзилә менән улы Флүрҙең тәрбиәһендә ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Бар ғүмере эштә үткән, ҡулдары ял белмәгән Рабиға инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: