0 °С
Болотло
Дүртөйлө ауылының уңған хужабикәһе Ҡәҙриә Күсемханова баҡсаһында ошондай көйәнтәле ҡыҙ һыны яһап ҡуйған. Ике бәпкәһен эйәрткән өйрәк тә ошо композицияны тулыландырып, йәм биреп ултыра. Оҙаҡ йылдар дауамында ауылдаштарына, райондаштарына йыр-моң өләшкән, мәҙәниәткә, йырға, моңға ылыҡтырған, районда мәҙәниәтебеҙҙе күтәреүгә үҙ өлөшөн индергән ханым һәр саҡ матурлыҡҡа ғашиҡ.