+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2022, 09:40

Метр ярымлы ҡаҡты кемдәр әҙерләй?

Дәүләкәндәр!

Метр ярымлы ҡаҡты кемдәр әҙерләй?
Метр ярымлы ҡаҡты кемдәр әҙерләй?

 Дәүләкән ҡалаһына терәлеп тиерлек урынлашҡан Сергиополь ауылынан  Вильгельмина Дригерт яһаған алма ҡағы барыһыныҡынан да айырылып тора. Тәмлелегенән дә бигерәк... оҙонлоғо менән.

Ирле-ҡатынлы Дригерттарҙың алмағастары яҙ көндәрендә ап-аҡ сәскәләре менән тирә-яҡты таң ҡалдырһа, көҙ еткәс  мул уңышы менән ҡыуандырып тора. Пенсионерҙарға алма йыйышырға ейәндәре ярҙам итә. Йыйыу – бер эш, уны эшкәртергә лә кәрәк бит әле. Хужабикә үҙенең ысулын уйлап тапҡан – ул бер метрҙан ашыу оҙонлоҡта ҡаҡ яһай.

Алманы бешереп, махсус иләк аша үткәргәс, алдан майланған метр ярымлы поликарбонат киҫәгенә йәйәләр. Әлбиттә, урын тигеҙ булырға тейеш. Пюрены нәҙек кенә итеп йәйеп, асыҡ һауала өс көн  киптерәләр.  Әйтеүе еңел, әммә был бик сетерекле, күп ваҡыт һәм көс талап иткән эш. Метрҙан ашыу тәшкил иткән алма ҡағы туғандарына ла, таныштарына ла, күрше-тирәне һыйларға ла етә.

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: