+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2022, 10:25

Роза сәскәләрен ҡышҡылыҡҡа нисек ябырға?

Гөлнур апай шәхсән үҙе йыл да шулай итә.  Уның үҙенә генә хас ысулы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Роза сәскәләрен ҡышҡылыҡҡа нисек  ябырға?
Роза сәскәләрен ҡышҡылыҡҡа нисек ябырға?

Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Гөлнур Шәрәфетдин ҡыҙы Заһитованың баҡсаһында йәй буйы күҙ яуын алып розалар сәскә ата. Хужабикә уларҙы шул тиклем ярата, сабый бала шикелле иркәләп, ҡарап, наҙлап ҡына тора. Үҫтереүе бер эш, уны ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ итеп итеп ябырға ла кәрәк бит әле. Кемдер  сәскәләрҙең өҫтәрен ҡумта менән яба, кемдер урап ҡуя, ағас онтағы һибә – һәр кемдең үҙ ысулы. Ә бына Гөлнур ханым былай ти:

«Һабаҡтарҙы 30 см оҙонлоғонда ҡалдырып ҡырҡам да, үҫентенең яҡ-яғынан бер аҙ тупраҡ өйәм. Өйөм тирәләй кирбес ҡуйып сыҡһаң да була, иң мөһиме – уларға ел үтергә тейеш түгел. Артабан шыршы ботаҡтары менән ҡаплайым. Минең бөтә серем шул. Ағас онтағы ҡулланғаным юҡ. Оҙаҡ йылдар дауамында гел шулай итәм, розаларым һыуыҡтарға бирешмәй, яҡшы ҡышлайҙар, йәй буйы сәскәләре менән ҡыуандыралар».

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: