-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2022, 14:55

Һөйәктәре тыуған ер ҡуйынына тапшырылды

1943 йылда һәләк булған яҡташыбыҙҙың һөлдәһе 79 йыл үткәс, яңынан ерләнде

Һөйәктәре тыуған ер ҡуйынына тапшырылды
Һөйәктәре тыуған ер ҡуйынына тапшырылды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дәүләкән районында тыуып үҫкән 11 меңдән ашыу һалдат Ватаныбыҙҙы һаҡлауөсөн Ҡыҙыл Армия сафына алынған, биш меңдән ашыу яҡташыбыҙ уҙған һуғыш йылдарында яу яландарында һәләк булған, йәки хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙың береһе - Мөтиғулла Ильяс улы Ильясов. Ул 1897 йылдың 3 ноябрендә Дәүләкән районы Раев ауыл Советының Айыухан ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Революцияға тиклем мәҙрәсәлә белем ала, һуңынан уҡыуын мәктәптә дауам итә. 1923 йылда Ғәзизә исемле ҡыҙға өйләнә. Ғаиләлә алты бала: дүрт малай һәм ике ҡыҙ тыуа. Яҡындарының хәтирәләре буйынса, Мөтиғулла үҙ заманының әүҙем ағзаһы булған, «Ирек» колхозын ойоштороп, уның рәйесе булып киткән.

Һәр ғаиләгә ҡағылған ҡурҡыныс һуғыш ҙур илдең тыныс тормошон өҙә. Мөтиғулла Ильяс улының хәләл ефете 1939 йылда бала тапҡанда вафат була, балалары аталары ҡарамағында ҡала. Шуға ҡарамаҫтан,  үҙ ирке менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ҡарай, әммә кире боралар - бронь бирәләр. Илгә, фронтҡа иген кәрәк була, колхоз рәйесе булараҡ, уны ҡалдыралар. 1942 йылдың февралендә, 44 йәшендә, ул ғәмәлдәге армияға саҡырыуға өлгәшә һәм Ватанды немец-фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға фронтҡа алына.

Яҡташыбыҙ Калинин фронты составына ингән 22-се армияның 54-се уҡсылар бригадаһының беренсе айырым уҡсылар батальонына эләгә. 1942-1943 йылдарҙа бригада хәҙерге Тверь һәм Новгород өлкәләре биләмәһендә ҡан ҡойғос һуғыштар алып бара. Рядовой Ильясов батальон санитары итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәт бурыстарын яҡшы үтәгәне өсөн командование бер йылдан Мөтиғулланы хөкүмәт наградаһына - «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим итә.

Мөтиғулла Ильясов тыуған төйәгендә ҡалған балаларын бер минутҡа ла иҫенән сығармай, уларға хаттар яҙып тора, нисек йәшәүҙәре  менән ҡыҙыҡһына, күңеле менән һәр саҡ  уларға ынтыла һәм ут эсендә йөрөгән башҡа яуҙаштары кеүек үк, дошманды тар-мар итеп, күптән көтөлгән Еңеү килеп, тыуған яҡтарына мотлаҡ әйләнеп ҡайтасағына ышана. Әммә яҙмыш башҡаса эш итә. Калинин өлкәһенең Холмск районындағы яуҙарҙың береһендә, 1943 йылдың 27 ноябрендә, сержант Ильясов хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була...

Һалдаттың туғандары һәм яҡындары 79 йыл буйына уның яҙмышы тураһында бер нәмә лә белмәй. Яҡташыбыҙҙың һөйәктәре  2022 йылдың 24 апрелендә Хәтер вахтаһы сиктәрендә Чекуново ауылы эргәһендә эҙләнеү эштәре барышында Новгород өлкәһенең Холм ҡалаһынан «Пирамида» отряды тапҡан. Яҡташыбыҙҙың шәхесен асыҡларға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы ярҙам иткән дә инде, ул уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән. 394859 һандары уның хужаһын асыҡларға булышлыҡ  иткән.

Артабан Башҡортостанда сержанттың яҡындарын эҙләй башлайҙар. Социаль селтәрҙәр төркөмөнә урынлаштырылған мәғлүмәт ярҙамында бер тәүлектән һуң Мөтиғулла Ильясовтың туғандары менән бәйләнешкә сығалар. Районда Мөтиғулла Ильясов менән хушлашыу урыны итеп Хәрби дан скверы һайланды, унда иҫтәлекле митинг ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар алдында һәләк булған һалдаттың кесе улы Ф.М. Ильясов сығыш яһаны. Фәнил Мөтиғулла улы билдәләүенсә, ошо тиҫтәләрсә йылдар эсендә  ғаилә аталарының мотлаҡ табылырына ышанып йәшәгән. Ул эҙәрмәндәргә атаһының һөйәктәрен тапҡандары һәм район хакимиәтенә тантаналы ерләүҙе ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Артабан матәм процесы Айыухан ауылы зыяратына күсте. Бында, бөтә мосолман йолаларын үтәп, ватанды һаҡлаусының һөйәктәре тыуған ер ҡуйынына тапшырылды.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы Ильясовтарҙың ғаилә ҡомартҡыһына әүерелде, яҡын кешеләре тураһында иҫтәлек булараҡ, хәҙер инде ул  быуындан- быуынға тапшырыласаҡ.

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: