-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2022, 16:30

Илдә өлөшләтә мобилизация үтәсәк

Президент Владимир Путин 21 сентябрҙән Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация уҙғарыласағы  хаҡында белдерҙе. Өлөшләтә мобилизация тураһында Указға ҡул ҡуйылған һәм баҫылған.

Илдә өлөшләтә мобилизация үтәсәк
Илдә өлөшләтә мобилизация үтәсәк

Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин тап өлөшләтә мобилизация тураһында һүҙ барыуын билдәләне. Хәрби хеҙмәткә запастағылар, тәү сиратта, Хәрби Көстәр сафында хеҙмәт иткән, билдәле хәрби-иҫәп һөнәре һәм тейешле тәжрибәһе булғандар ғына алынасаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың барыһы ла оҙатыу алдынан мотлаҡ өҫтәмә хәрби әҙерлек үтергә тейеш. Оборона предприятиеларының матди, ресурстар һәм финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш.

Оборона министры Сергей Шойгу Рәсәйҙә кемдәр өлөшләтә мобилизацияланырға тейешлеген аңлатты «Кемде мобилизациялайҙар, ә кемде юҡ?” тигән һорауға ул Рәсәйҙә кемдәр өлөшләтә мобилизацияланырға тейешлеген аңлатты.

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу «Россия 24» телеканалы журналистары менән әңгәмәлә Рәсәй Президенты Указына ярашлы кем өлөшләтә мобилизацияланырға тейешлеген аңлатты. Оборона министры, мобилизация үтергә тейешлеләр һайлап алынасаҡ, тип билдәләне. Әрмелә хеҙмәт иткәндәр, тейешле хәрби тәжрибәһе һәм хәрби-иҫәп һөнәре булғандар мобилизацияланырға тейеш.

Сергей Шойгу әйтеүенсә, колледждар һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына ла,саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәргә лә мобилизация ҡағылмай.

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.

Фото: Валерий Шахов.

Автор: Татьяна Сәғәҙиева

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: