0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2022, 16:19

Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән

Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар - барыһы ла берҙәмләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙа.

Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән

Республика район-ҡалаларының һәр ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар  советтары, яугирҙарыбыҙ өсөн йөндән йылы һәм термаль ойоҡбаштар, бирсәткәләр, башлыҡтар, шәхси гигиена саралары, көнкүрештә кәрәкле башҡа нимәләр йыйҙы. Йәшенә һәм мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла был әһәмиәтле акцияға әүҙем ҡушылды. Унда ҡатнашыусылар мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеү, бүләктәре менән бергә тыуған яҡтың йылыһын да тапшырыу ниәтендә, уларға кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙы дауам итә. Ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә был мөһим уртаҡ эштән ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Буранғол ауылы халҡы 8 октябрҙә ауыл клубында 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо.Урында йәшәүселәр  сарала әүҙем ҡатнашты.Гуманитар ярҙам шул көндө үк Дәүләкән ҡалаһына оҙатылды.
Посылкалар менән бергә яҡташтарға ауылдаштары исеменән хат та тапшырылды. Унда ошондай һүҙҙәр бар: «Һаумыһығыҙ, Рәсәй Армияһының ҡаһарман һалдаттары! Беҙ Украина ерендә барған ваҡиғалар менән танышып торабыҙ, Ер йөҙөндә һуғыштан да ҡурҡыныс нәмә юҡлығын яҡшы аңлайбыҙ.Һеҙҙең батырҙарса ЛНР, ДНР халҡын ВСУ һалдаттарынан һаҡлағанығыҙҙы беләбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек теләп,ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ниәтләнек.

Беҙ ҙә мобилизацияның тәүге тулҡынында Таһир исемле егетебеҙҙе оҙатып ҡалдыҡ. Киткән ваҡытында ул 1943 йылдың Ленинград  өлкәһе, Сосновка ауылы эргәһендә һәләк булған һәм ошонда ерләнгән, исеме Хәрби дан залында урын алған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡарт олатаһы Арыҫланов Минебай Арыҫлангәрәй улының исеменә тап төшөрмәҫкә, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы  һаҡсыһы булырға һүҙ бирҙе. Бының шулай буласағына иманыбыҙ камил.

Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, берҙәм, ярҙамсыл. 7 октябрь мәсетебеҙҙә Мәүлет байрамы үтте, кешеләр яу яланына киткән һалдаттарыбыҙға кәрәк-яраҡтар алып килде. Бәләкәй генә булһа ла Еңеүгә өлөшөбөҙ инһен ине, һағынғанда йәнегеҙгә йылы биреп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!

Башҡортостан Республикаһы, Дәүләкән районы, Буранғол ауылы халҡы. 8 октябрь 2022 йыл».

Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам  йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: