+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2022, 21:42

Мәүлид кисәләре үтә

8 октябрь мосолмандар өсөн изге көн. Был көндө Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ тыуған. Мосолмандар ошо уңайҙан изге Мәүлид мәжлестәре үткәрә. Улар беҙҙең районда ла ойошторола.

Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә

Был мәжлестәрҙә улар үҙҙәренең шатлыҡтарын белдерә, Пәйғәмбәргә салауат әйтә һәм сәләмдәрен еткерә, сөнки һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең был донъяга килеүе – Аллаһыбыҙҙың оло бүләге.

Мәүлид байрамын һыйҙар әҙерләп, туғандар, дуҫтар менән табындар ойошторорға, бүләктәр таратырға мөмкин. Аллаһы Тәғәләне зекер итеү өсөн кешеләрҙе йыйыу, мохтаждарға ихтирам һәм ярҙам күрһәтеү – изге ғәмәл. Мәүлид кисәһендә доғалар уҡыу, тыңлау, салауаттар әйтеү, хәйер-доғалар өләшеү Раббыбыҙ һәм уның рәсүленә ҡарата ихласлылығыбыҙҙы күрһәтә, иманыбыҙҙы нығыта. Был кисә бер-беребеҙгә ҡарата туғанлыҡ хистәрен нығыта. 

Ошо изге көн айҡанлы Мәүлид мәжлестәре беҙҙең районда ла ойошторола. Шуларҙың береһе Иҫке Мерәҫ ауылында үткән. Был турала ауылда йәшәүселәр хәбәр итә.

«Аллаға шөкөр, бөгөн Иҫке Мерәҫ мәҙәниәт йортонда, Дәүләкән ҡалаһы мәсете имамы Рәфис хәҙрәт Сафин ҡатнашлығында Мәүлид кисәһе уҙғарылды, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша улар. - Төрлө ауылдарҙан бер төркөм дин әһелдәре лә килде. Иҫке Мерәҫ, Яңы Мерәҫ, Яппар-Йәнбәк, Шишмә ауылдарынан йыйылған дин ҡәрҙәштәребеҙ Рәфис хәҙрәттең аят-сүрәләрен тыңланы, бергәләп  Салауат әйтте. Әлеге илебеҙ ауыр ваҡыт кисергән мәлдә махсус хәрби операцияға алынған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, тип ҡөрьән уҡылды. Ошо күркәм, изге  Мәүлид кисәһен ойоштороп, халыҡтың күңелен күреп, ауылыбыҙға иман нуры яҡтыртып, алыҫ юлды яҡын итеп килеп, беҙҙең ауыл халҡын ҡыуандырғаны өсөн Рәфис хәҙрәт Сафинга рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!!! Ауылыбыҙ егеттәре Юлай Йосопов, Айҙар Ноғоманов, Юлай Ғәббәсов, Салауат Хафиз улы һәм Рәйфә Раян ҡыҙына һәм дә ауылыбыҙҙың дин әһеле, Ғәзим хәҙрәт Нурғәлиевҡа байрам ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!!! Ниндәй байрам былауһыҙ булһын. Айҙар Ноғомановҡа тәмле былау менән һыйлаған өсөн айырым рәхмәт әйтке килә! Иҫән-һау булып, киләсәктә лә шулай әүҙем рәүештә, берҙәмлектә, тыныс, имен тормошта осрашырға яҙһын!!!! Хәрби хеҙмәткә киткән егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!!!»

 

 

 

 

 

Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Мәүлид кисәләре үтә
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: