+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2022, 09:45

Абайлап баҫығыҙ: тайғаҡ

Боҙлауыҡ та, тайғаҡ та берҙәй ҡурҡыныс

Абайлап баҫығыҙ: тайғаҡ
Абайлап баҫығыҙ: тайғаҡ

Ноябрь башы, тышта һыуыта башланы, ҡыш яҡынлашыуы һиҙелә. Шуға урамда йөрөгәндә абай булығыҙ, яңылыштан тайып китеп, имгәнеүегеҙ ихтимал.

Боҙлауыҡ һәм тайғаҡ ваҡытта үҙеңде нисек хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы иҫкәртә:
   Таймай торған аяҡ кейеме һайлағыҙ.
  Боҙланған баҫҡыстар һәм күтәрмәләр иң хәүефле урын булып һаналғанын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.  Өйҙән ваҡыт запасы менән сығырға тырышығыҙ.
  Аяҡ аҫтына ҡарап йөрөгөҙ, хәүефле урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ. Боҙло «күләүекте» урап үтеү мөмкинлеге юҡ икән, саңғысы кеүек, еңел генә бәләкәй аҙымдар менән үтегеҙ.
  Юлда үтә иғтибарлы булығыҙ - ашыҡмағыҙ һәм йүгермәгеҙ.
  Юлдың яҡтыртылған участкаларын һайлағыҙ.
  Табанығыҙға тулыһынса баҫығыҙ, тубыҡтарҙы саҡ ҡына бөгөп тыныс атларға кәрәк.
  Ҡулдар мөмкин тиклем буш булырға тейеш, ауыр сумкалар алмаҫҡа һәм ҡулдарҙы кеҫәгеҙҙә тотмаҫҡа тырышығыҙ - был ҡолау ихтималлығын арттыра.
  Әгәр тайып китһәгеҙ, ултыра төшөгөҙ, йығылыу бейеклеген кәметерһегеҙ. Әгәр янығыҙҙа кешеләр булмаһа, тәүҙә тубыҡланығыҙ, шунан аяҡҡа баҫығыҙ ҙа яйлап ҡына күтәрелегеҙ.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: