+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2022, 09:30

Милли банк аңлата

ОСАГО  килешеүе тураһында

Милли банк аңлата
Милли банк аңлата

Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк түбәндәгесә аңлата:

ОСАГО килешеүен ваҡытынан алда өҙөү һәм полис хаҡының файҙаланылмаған осор өсөн бер өлөшөн ҡайтарыу маҡсатында мобилизациялан кеше страховка компанияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

Ғаризаны страховка компанияһы офисында ла, шулай уҡ, полистың нисек һатып алыныуына ҡарамаҫтан, компания сайтындағы шәхси кабинет аша онлайн да бирергә мөмкин.

Мобилизацияланған кеше өсөн нотариаль ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә икенсе берәү ОСАГО полисынан ваҡытынан алда баш тарта ала. Ышаныс ҡағыҙында договорҙы ваҡытынан алда өҙөү хоҡуғы яҙылған булырға тейеш.

Күрһәтмә 2022 йылдың ноябрь аҙағында көсөнә инер, тип күҙаллана.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: