+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 12:42

Күп фатирлы йорттоң ҡыйығынан һыу аҡҡан осраҡта идарасы компаниянан зыянды нисек түләтергә?

Күп фатирлы йорттоң ҡыйығынан һыу аҡҡан осраҡта идарасы компаниянан зыянды нисек ҡаплатырға — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Ҡыйыҡтан йәки түшәмдән һыу аҡҡанын күрһәгеҙ, үҙегеҙҙең идарасы компанияға шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ йәки авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Был осраҡта эш итеү алымдары менән үткән яҙмала таныштырҙыҡ.

Һыу аҡҡан урынды фотоға һәм видеоға төшөрөгөҙ. Фотоға төшөрөр алдынан гаджеттағы "Көйләүҙәр" бүлегендә датаны һәм ваҡытты билдәләгеҙ.

Авария-диспетчер хеҙмәте хеҙмәткәрен көтөгөҙ. Ул һыу ағыу фактын теркәйәсәк.

Түбәнән һыу ағыу фактын раҫлаусы акт һорап алығыҙ. Унда түбәндәгеләр күрһәтелергә тейеш:
— тикшереү үткәрелгән дата һәм ваҡыт;
— комиссия составы;
— асыҡланған етешһеҙлектәр (мәҫәлән: һыу аҡҡанды, һыуҙың тауышланып ағыуын, күгәргән урындар һ.б.);
— етешһеҙлекте асыҡлау өсөн ҡулланылған инструменттар.

Әгәр хеҙмәткәр акт төҙөүҙән баш тарта икән, уны үҙ аллы төҙөгөҙ. Актҡа кәм тигәндә ике кеше һәм күп фатирлы йорт советы рәйесе ҡул ҡуя.

Килтерелгән зыян күләмен баһалау өсөн эксперт ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ.

Идарасы ойошмаға зыянды тулыһынса ҡаплауҙы һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

Әгәр һеҙҙең талаптарығыҙ ирекле рәүештә ҡәнәғәтләндерелмәһә, һеҙ судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итергә һәм зыян килтерелгән мөлкәттең хаҡын, мораль зыянды ҡаплауҙы һәм идарасы ойошмаға штраф һалыуҙы талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ.

#АңлатабыҙБашҡортостан

Читайте нас: