+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль , 16:44

Инвесторҙар «Алға» менән ҡыҙыҡһына

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы инфраструктураһына капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләме 4,6 миллиард һум тәшкил иткән.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында резиденттар ҡатнашлығы ағымдағы йылдың июленә ҡарата 58,5 процент тәшкил итә.

2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ойошторолған «Алға» махсус иҡтисади зонаһының етештереү майҙансыҡтарын тулыландырыу 40 процентҡа артҡан. Был инвесторҙарҙың уның биләмәһендә үҙ предприятиеларын булдырыу менән ҡыҙыҡһыныуын раҫлай.

«Алға» айырым иҡтисади зонаһының идарасы компанияһы булараҡ, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы резиденттар өсөн инженер һәм транспорт инфраструктураһы булдыра. Әйтәйек, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы инфраструктураһына капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләме 4,6 миллиард һум тәшкил иткән.

Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

Читайте нас: