-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь , 13:30

Фестиваль балаларҙы дуҫлаштырҙы, күңелдәрен үҫтерҙе

Фестивалдең икенсе көнө «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында дауам итте.  Бында Волга буйы федераль округының балалар йорто тәбиәләнеүселәре өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, «Аҡыл палатаһы»ның финал уйыны үтте.

Оҫталыҡ дәрестәрендә үҫмерҙәр ҡағыҙҙан, туҡымаларҙан һәм башҡа материалдан таждар, фәрештәләр, татлы гөлләмәләр, сәскәләр  һәм башҡа ҡыҙыҡлы сувенирҙар эшләргә өйрәнде.  Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар был дәрестәрҙә бик мауығып, ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде.

«Аҡыл палатаһы»ның  финал уйыны ла бик етди барҙы. Залда шылт иткән дә тауыш юҡ ине. Уҡыусылар баш баҫып һорауҙарға яуап уйлай. Унда ҡатнашыусы командаларҙан башҡа бер кемде лә индерәмәнеләр.

Вера Ладова Пенза өлкәһенең Спасск ҡалаһында балалар йортонда музыкаль етәксе булып эшләй.

— Былтыр ҙа ҡатнаштыҡ фестивалдә, икенсе урын яулағайныҡ. Быйыл 9 бала һәм ике етәксе килдек. Фестиваль балаларға бик оҡшай, ҙур теләк менән ҡатнашалар. Өфө ҡалаһы ла бик матур. Кисә конкурс программаһы булды, балалар сығыш яһаны. Әле бына «Аҡыл палатаһы»нда һорауҙарға яуап бирәләр. Һөҙөмтә нисек булыр, әлегә әйтә алмайым. Балаларыбыҙ һынатмаҫ, тип уйлайым, — ти ул.

Мордва Республикаһының баш ҡалаһы Саранскиҙа Балаларға ярҙам итеү үҙәге эшләй икән. Унда 65 етем һәм социаль етем бала тәрбиәләнә. Әйткәндәй, республикала етем балалар өсөн тәғәйенләнгән берҙән-бер учреждение ул.

— Быйыл әҙерәк килдек, бөтәһе 25 бала. Фестиваль балаларға ныҡ оҡшай. Бында улар башҡа төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәре менән аралаша, төрлө конкурста ҡатнаша, Оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө һөнәр үҙләштерә, — тип һөйләй үҙәктең ойоштороусы педагогы Анна Ратникова.

Анна Викторовна — һөнәре буйынса башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Балаларға ярҙам итеү үҙәгендә эшләүенә 11 йыл.  «Эшем бик оҡшай, оҡшамаһа күптән киткән булыр инем», — ти ул. Был педагогтың  үҙ эшен һәм балаларҙы яратыуы тағы бер аҙымында асыҡ сағыла: ул ошо уҡ үҙәктән бер баланы уллыҡҡа алған.  Дүрт йыл яңы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе малай күптән уларҙы атай-әсәй тип йөрөтә.  Анна Викторовна ла улы хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре осҡонланып китә, тәрбиәгә алған балаһына һөйөүе тотош йөҙөндә сағылыш таба.

Бына шулай, фестиваль конкурстары менән генә түгел, ә ҡыҙыҡлы һәм һоҡланғыс яҙмыштары менән дә мәртәбәле.

Источник: «Йәшлек» гәзите

Читайте нас: