0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
17 Май 2019, 12:16

Хәтер мәңгелек

Фәрхинур инәй Сәлимгәрәева 1924 йылда Хөсәйен ауылында тыуған. Күптән инде ул беҙҙең арабыҙҙа юҡ. Ошо көндәрҙә авторҙың бер шәлкем шиғырҙары минең ҡулыма килеп эләкте. Уның ижад емештәре Рәүеф Мөхәмәтғәлиндың “Дәүләкәндең рухи хазиналары” тип исемләнгән йыйынтығына ла индерелгән. Ерҙә берәү ҙә мәңгелек түгел, тик ташҡа баҫылған һүҙ генә юйылмай, быуындан-быуынға күсә килә.

Фәрхинур инәй Сәлимгәрәева 1924 йылда Хөсәйен ауылында тыуған. Күптән инде ул беҙҙең арабыҙҙа юҡ. Ошо көндәрҙә авторҙың бер шәлкем шиғырҙары минең ҡулыма килеп эләкте. Уның ижад емештәре Рәүеф Мөхәмәтғәлиндың “Дәүләкәндең рухи хазиналары” тип исемләнгән йыйынтығына ла индерелгән. Ерҙә берәү ҙә мәңгелек түгел, тик ташҡа баҫылған һүҙ генә юйылмай, быуындан-быуынға күсә килә. Фәрхинур инәйҙең дә шиғырҙары бөгөн беҙҙең өсөн ижади ҡомартҡы, әҙәби мираҫ, фольклорҙың бер өлөшө. Йылдар үтеү менән һарғайған ҡағыҙҙарҙағы шиғри юлдарҙы тәртипкә һалып, һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Фәрхинур инәйҙе белеүселәр уны яҡты хәтирәләр менән иҫкә алһын, ә уның рухы шатланһын, йәне йәннәттә булһын.
Уйҙарым
Ағын һыуға төшә яҙҙым,
Ҡул киҫәге таш өсөн.
Хайран башым вайран булды
Балалар хаҡы өсөн.
Елдәр иҫмәй керҙәр кипмәй
Кәртәләргә элгәс тә.
Өҙөлөп-өҙөлөп мин һағынам,
Һин генә белмәгәс тә.
Ишек алдым күләгә,
Керҙәрем кипмәҫ инде.
Һеҙҙең менән бергә саҡтар
Күңелдән китмәҫ инде.
Ағын һыуға төшәр инем,
Талмаһа беләккәйем.
Ҡысҡырып йырламаҫ инем
Янмаһа йөрәккәйем.
Ас тәҙ(е)рәң йылы керһен,
Күңел ебең һүтелһен.
Ҡайғырма баш, түгелмә йәш,
Мин керәһен кем күрһен?
Һөлөклө күлем (Хөсәйен ауылы)
Өршәгемдең аръяғында
Һөлөклө күлем,
Балыҡлы күлем,
Юҡтыр һине уйламаған
Һис тә бер көнөм.
Һөлөклө күле шифалы -
Алыҫтарҙан киләләр.
Тәндәренә сихәт алып,
Дауа алып китәләр.
Һөлөклө күлен буйлатып,
Саптыҡ ярһыу аттарҙа.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм
Яңғыҙ ҡалған саҡтарҙа.
Алъяпҡысым ап-аҡ булды,
Сөсө һыуҙа йыуғанға.
Тауыш бирсе алыҫтарҙан
Яңғыҙ күңел ҡыуанһын.
Көйәнтәләп алып ҡайтам,
Сөсө һыуын ауылға.
Эскән сәйебеҙ шифалы,
Булһын йөрәк баҫырға.
Күңелем юҡһынғанда
Осалмайым талпынһам да,
Ҡанатымды яҙмыш ҡайырҙы.
Бер-беребеҙҙе күреп туймаҫ мәлдә
Яуыз Гитлер беҙҙе айырҙы.
Ун етем дә тулалманы,
Булып ҡалдым һалдатка.
Тәүге көндәрендә үк йәремде
Оҙатып ҡалдым фронтҡа.
Һине оҙатып ҡалдым ҡан-йәш түгеп,
Ҡулдарыңда ине ҡулым да.
Һөйөп ҡалдым, Еңеү теләп ҡалдым
Һин бараһы хәтәр юлыңда.
Батырҙарса көрәш илем өсөн
Ятып ҡалма һуғыш ҡырында.
Айырылғанды шул саҡ аңлағандай,
Сабый ҡыймалданы ҡарынымда.
Ҡурҡыу белмәй көрәшһәң дә,
Ҡалдың Украина ерендә.
Онотолмай тәүге мөхәббәтем-
Йөрөтәмен йөрәк түрендә.
Ер еләге әсе булһа,
Ваҡытында бешмәһә.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Үҙ башына төшмәһә.
Һигеҙ ай бергә йәшәнек,
Һигеҙ көн кеүек кенә.
Һинең менән үткән көндәр
Татлы төш кеүек кенә.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Ғәйнислам.
Гөлдәр кеүек йәшәр инек,
Иҫән булһаң, һин булһаң!
Читайте нас: