Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почет билдәһе» ордендары кавалеры, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Әмирхан Ниғмәтйән улы Еникеев (Әмирхан Еники) 1909 йылдың 2 мартында Благовар районының Ҡарғалыбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Буласаҡ яҙыусы Әмирхан - ғаиләләрендә берҙән-бер иҫән ҡалған бала. Унан алда тыуған ағайҙары һәм апайҙары бәләкәй саҡтарында уҡ үлеп ҡала. Уның атаһы Ниғмәтйән Еникеев, билдәле дворян нәҫеленән булыуына ҡарамаҫтан, ябай крәҫтиән тормошо алып барған. Бер үк ваҡытта сауҙа менән дә шөғөлләнгән.
Еникеевтар ғаиләһе Дәүләкән ҡалаһына йәшәргә күскәндә улдары йәш ярымлыҡ ҡына булған (ул саҡта Дим йылғаһы ярында ике ауыл - Этҡол һәм Дәүләкән ауылдары ғына ултыра). Ата-әсәһе дини кешеләр була, тәрбиә менән етди шөғөлләнәләр, әммә улдарының ҡыҙыҡһыныуҙарына, мауығыуҙарына ҡамасауламайҙар. 1916-1924 йылдарҙа Әмирхан мәктәптә уҡый. Бәләкәйҙән үк ижад менән шөғөлләнә, тәүге шиғырын 1924 йылда яҙа.
Үҙенең тормош юлы тураһында һөйләгәндә, яҙыусы һәр ваҡыт “... минең тамырым һәм туғандарым Ҡарғалыбашта, бала сағым һәм бәхетле йылдарым Дәүләкәндә үтте” тиер булған. Беҙҙең ҡалаға һөйөүен ғүмере буйы һаҡлап ҡалған.
1925 йылда ул Ҡазанға уҡырға китә. 1932 йылға тиклем йәйге һәм ҡышҡы каникулдарҙа ата-әсәһе һәм дуҫтары янына ҡайтып йөрөгән. Ата-әсәһе Ҡазанға күсенгәс тә Әмирхан Еники үҙенең кесе тыуған иле менән бәйләнешен өҙмәй. Ваҡыт табып, һәр ике йыл һайын Дәүләкәнгә килеп китә. Һуғыш йылдарында ғына килә алмай, сөнки 1941 йылдың июлендә һуғышҡа алына.
Яҙыусы үҙенең тәүге әҫәрҙәрен 1926 йылдан журналдарҙа баҫтыра башлай. Уның яҙыу һәләте тулыһынса һуғыштан һуң асыла.
Ҙур Совет энциклопедияһында уның «Һаҙлыҡ сәскәһе» (1963 й.), «Монар» (1963 й.), «Беҙ ҙә һалдаттар булдыҡ» (1973 й.), «Намыҫ» (1973 й.) әҫәрҙәре авторы булыуы әйтелә. Әммә беҙгә, Дәүләкән халҡына, уның 1999 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Һуңғы китап» әҫәре иң ҡыҙыҡлы тип һанала. Был китапта автор әҙәби тел менән 20-се быуат осоронда беҙҙең ҙур булмаған ҡаланы тасуирлай. Әмирхан ағай уны инде оло йәштә яҙыуына ҡарамаҫтан, ул йылдарҙағы күп нәмәне иҫендә ҡалдырған. Ҡалабыҙҙың революцияға тиклемге осорон, сауҙагәрҙәр, сәнәғәттә эшләүселәр (немецтар) һәм һөнәрселәрҙе шул тиклем ентекле һүрәтләгән, китап уҡыусы үҙен шул заманда йәшәгән һымаҡ тоя.
Совет власы урынлашыуы, Граждандар һуғышы, яңы иҡтисади сәйәсәт йылдары аныҡ персонаждар менән берлектә бирелгән. Балалыҡ дуҫтары Хәмит Аҡбирҙин, Ғүмәр Зәйнуллин, сауҙагәр Борхан ғаиләһе (Еникеевтар менән күрше йәшәгәндәр), Фәтхелисламды йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Тағы бер дуҫы Хәбибрахмандың Ҡырым курортында баш табип булып китеүе һәм башҡалар тураһында яҙа.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Әмирхан Еники йыш ҡына Дәүләкәнгә ҡайтып йөрөй, район етәкселәре менән осраша, райондың һәм ҡаланың үҫеше, халыҡтың тормошо менән ҡыҙыҡһына. «Һуңғы китап»та район етәкселәре Халиков, Борис Михайлович Зубарев, Садиҡ Насретдин улы Тартыҡов, Вәғиз Мөхлис улы Рауилов тураһында яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырған.
Яҙыусының балалыҡ дуҫы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хәмит Аҡбирҙин ҡатыны Сәғиҙә менән бергәләп шул йылдарҙа Көрмәнкәй ауылына күсенә. Әмирхан ағай йыл һайын дуҫтарына килеп йөрөгән, ҡунаҡ булған. Ике дуҫ бергәләп Димдә балыҡ тотҡан, кәмәлә йөрөгән, бәхетле бала саҡтарын иҫкә төшөргән. Тыуған яҡ тәбиғәтенең гүзәллеге уларҙы таң ҡалдырған.
Әмирхан Еники Дим йылғаһының матурлығы, иркен яландарында йәй буйы аллы-гөллө сәскәләр үҫеүе, Ярыштау, башҡорт еренең ынйыһы – Асылыкүл тураһында һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙған.
Яҙыусы 2000 йылдың 16 февралендә вафат була.
Беҙ, бөгөнгө Дәүләкән халҡы, үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, талантлы яҙыусы-әҙәбиәт классигы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.