Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙы Исламова (Дәүләтҡолова) 1963 йылдың 13 февралендә Дүртөйлө ауылында тыуып үҫә. Ун балалы Миңнулла Абдулла улы һәм Ғәтифә Йомағол ҡыҙы Дәүләтҡоловтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килгән. Башланғыс белемде үҙ ауылында алғандан һуң район үҙәгендәге һигеҙ йыллыҡ интернат-мәктәпте тамамлай. 1978 йылда Өфөләге полиграфистар училищеһында китап тышлаусы һөнәрен үҙләштерә. Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ситтән тороп нефть-техник дәүләт университетында мендежерға уҡып, белемен үҫтерә.
Хеҙмәт юлын Татарстанда, Яр Саллы ҡалаһының «КамАЗ» заводы типографияһында башлап ебәрә. Бер ни тиклем ваҡыттан тыуған яҡтарына ҡайтып, "Башҡортостан" республика дәүләт нәшриәте типографияһына һөнәре буйынса урынлаша, артабан эшен "Ленинсы"-"Йәшлек" газетаһында, "Агитатор блокноты"-"Ваш собеседник" журналында дауам итә.
1990-1991 йылдарҙың бар Рәсәй халҡы өсөн ауыр саҡтары Зөбәйҙәне лә урап үтмәй. Илдәге үҙгәрештәр, Коммунистар партияһы тарҡалыу сәбәпле, уларҙың журналы ла ябыла. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан радиоһына секретарь-машинистка кәрәклеген ишетеп, тиҙ арала барып эшкә урынлаша. Артабан күп йылдар телевидениеның реклама бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Ауылдан ситкә китеп урынлашҡан башҡалар кеүек, уға ла йәшәр урын, торлаҡ мәсьәләһе менән оҙаҡ ыҙаланырға тура килә. Фатирлы булғас инде, яңы көс, дәрт менән ижад донъяһына сума – илһамланып, тупланған тормош тәжрибәһенә таянып, "Аҡбуҙат" журналына эшкә килә. Тап ошонда кескәй балалар өсөн шиғыр, әкиәт, хикәйәләр, йомаҡтар, пьесалар яҙып, уларҙы республика матбуғатында баҫтырып сығара башлай. Бына әле, июль айында ғына, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Зөбәйҙә Исламованың кескәйҙәр өсөн "Күнәкле болот" тип аталған китабы донъя күрҙе. Уны ошо шатлығы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Әңгәмә барышында Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙы түбәндәгеләрҙе билдәләп үтте: - Балалар менән эшләү – күңелгә ял ғына. Уларҙың эскерһеҙ, ихлас йөҙҙәре асыҡ китап кеүек, һиңә шундай ышаныс менән төбәләләр. Ә биргән һорауҙарына яуабыңды өлгөртөп кенә тор! Бындай аралашыуҙа яһалмалыҡҡа һис урын юҡ, булыуы ла мөмкин түгел. Бәләкәстәрҙең күңелен арбар өсөн донъяны улар күҙлегенән күрә белергә, уларса уйларға, уларса һөйләшергә кәрәк. Сәғәт-сәғәт ярымлыҡ осрашыу һиҙелмәй ҙә уҙа. Республиканың мәктәп-гимназияларында, балалар баҡсаларында бик күп йөрөргә тура килә. Шунда төрлө һүрәткә инәһең, артистарҙан һис тә кәм түгелдер. Кескәйҙәр менән уйнап, шиғыр, әкиәт һөйләп, йомаҡтар сисеп йәнле осрашыуҙарыбыҙҙы йыш ойошторабыҙ. Балалар ҙа килгән ҡунаҡҡа үҙҙәренең рәсемдәрен, шиғырҙарын бүләк итеп "Аҡбуҙат"ҡа ебәрә. Ошо ижад емештәрен журнал биттәрендә күреп, дәррәү һүрәт төшөрөп, шиғыр яҙып, хатлаша башлайҙар.
Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙының яҙған хикәйәләре лә, үҙе әйткәнсә, балалар аңларлыҡ ябай тел менән яҙылған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың йөкмәткеһендә мотлаҡ берәй йомаҡ, йәки мәҡәл йәшеренгән була. Ә кескәй уҡыусылар, билдәләнгән баш хәрефтәрҙе йыйып, ҡуйылған һорауҙарға яуапты эҙләп табырға тейеш. Автор бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Журналда «Уйла! Эҙлә! Тап!» рубрикаһын алып барыусы булараҡ, хикәйә, шиғырҙары эргәһенә кескәйҙәр өсөн кроссворд, сканворд һымаҡ башватҡыс-уйындар ҙа баҫтырып сығара.
Башҡортостан Республикаһының Журналистар берлеге ағзаһы, ижади шәхес фиҙакәр хеҙмәте өсөн "Аҡбуҙат" журналы, "Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто" предприятиеһы составындағы Башҡортостан журналдары филиалының Маҡтау ҡағыҙҙары, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Күптән түгел З.М. Исламованың тормошонда тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булды – уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ике бала әсәһе Зөбәйҙә Исламова бөгөн илһамлы матур тормошта йәшәй. Ҡыҙы Резеда БДУның журналистика, Өфө юридик институтының юриспруденция факультеттарын тамамлап, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Улы Илдар Башҡорт дәүләт авиация университетының 4-се курсында уҡыуын дауам итә. Бер ейәнгә, ике ейәнсәргә яратҡан, иғтибарлы өләсәй ҙә ул.