+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
22 Август 2019, 17:31

Исемен онотмайбыҙ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлы яҡташыбыҙ Әхиәр Хәсән улы Хәкимов арабыҙҙа юҡ инде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлы яҡташыбыҙ Әхиәр Хәсән улы Хәкимов арабыҙҙа юҡ инде. Беҙгә мираҫ булып уның яҙған әҫәрҙәре ҡалды. Әхиәр ағай иҫән сағында уҡ Дим йылғаһы ярында өлкән шәхесебеҙгә хөрмәт йөҙөнән матур йорт һалынды, әле инде ул яҙыусының йорт-музейы. Дим әҙәби берекмәһе лә яҙыусының иҫән сағынан уҡ эшләп килә һәм бөгөн дә үҙ эшен дауам итә.
Әйтергә кәрәк, “Дим” берекмәһе ағзалары Әхиәр Хәсән улының иҫтәлегенә арналған сараларҙы даими үткәреп тора. Өфөгә ҡәберенә баралар, уға арнап шиғырҙар яҙалар. Бында үткәрелгән кисәләрҙә Ә.Х. Хәкимовтың шиғырҙары яңғырай.
Ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларында һәләтле яҙыусының тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың береһе – Ҡоръятмаҫ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова. Яҙыусы иҫән саҡта клубта ауыл халҡы менән осрашыуҙар үткәрелеп торған.
Ә. Хәкимовтың тыуған көнөнә ҡарата “Минең тормошом”, Халыҡ-ара музейҙар көнөнә ҡарата “Яр буйында бер бер йорт” тип исемләнгән конкурстар уҡыусыларҙы яҙыусының ижадын өйрәнеүгә йәлеп итә, уның әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уята.
Әхиәр Хәсән улының әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, уның матурлығына һоҡланыу хистәре ярылып ята. Яҙыусының повестарында, хикәйәләрендә тыуған яҡ темаһының сағылышы буыйнса тикшеренеү эше балаларҙа илһөйәрлек хистәре тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. “Ҡарт һалдат менән йәш һалдат” хикәйәһе буйынса конференцияға әҙерләнгәндә уҡыусыларҙың был әҫәрҙе аңлап уҡыуы, авторҙың нимә әйтергә теләгәнен төшөнөүҙәре Миңзәлә Васил ҡыҙында ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғолары тыуҙырған.
- Ә уҡыусыларымдың Әхиәр Хәкимовҡа арнап яҙған шиғырҙарын нисек илһамланып уҡыуын ишетһәгеҙ! Һәр ҡайһыһы уның образын тулы итеп сағылдырырға тырыша. Бынан тыш яҙыусының ижады буйынса иншалар конкурсы ла үҙенсәлекле сара булып тора. Драма түңәрәгенә йөрөүселәр иһә уның әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтә, - ти уҡытыусы.
М. Хәлилова үҙе лә республикабыҙҙың әҙәбиәт өлкәһендә яҡты юл ярған ижади шәхес. Шиғырҙары, ҡобайырҙары, хикәйәләре төрлө баҫмаларҙа донъя күрә. Быйыл ул Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды.
Шундай уҡытыусының уҡыусылары ла һәләтле, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте ярата, ижад менән ҡыҙыҡһына. Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығына ла уҡыусылар инша, шиғыр яҙған, китаптарын уҡыған. Йәш быуындың яҙыусының ижады менән ентекле ҡыҙыҡһыныуы һөйөндөрә.
Читайте нас: