+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
22 Август 2019, 14:27

шигыр Алия

Бирҙе донъя кәрәкте,Иламаҫҡа өйрәтте.Бер ҙә янмаҫ саҡтарымдаЯлҡынында көйрәтте.

Бирҙе донъя кәрәкте,
Иламаҫҡа өйрәтте.
Бер ҙә янмаҫ саҡтарымда
Ялҡынында көйрәтте.
Төрлө яҡлап ҡыҫты тормош,
Күрһәтте бар яҡлап та.
Бөгөн килеп уйлап торһам,
Бөтөп булмай уйлап та.
Талдар кеүек һығылдырҙы,
Әммә һынманым шартлап.
Сыбыртҡылап ҡыуғанда ла,
Сапманым, барҙым атлап.
Әйләндерҙе, тулғандырҙы,
Ҡойононда уйнатты.
Уйнап-көлөп йөрөр саҡта
Әллә ниҙәр уйлатты.
Төлө сүрәткә кертһәң дә,
Биҙмәнем, йәшәү, һинән.
Мин бөгөн дә ныҡлы баҫып,
Үҙемдең юлдан киләм.
Йәшәү - матур, донъя - киң,- тип,
Йырлап йөрөйөм эстән.
Эшкә барам, эштән ҡайтам
Дуҫтар менән бер иштән.
Бирҙе донъя кәрәкте,
Иламаҫҡа өйрәтте,
Үкереп илар саҡтарҙа ла
Һыр бирмәҫкә кәрәктер,
Иламаҫҡа кәрәктер.
Алия Уразбахтина.
Читайте нас: