Таңға тиклем һаубуллашып,
Һуңғы тапҡыр эҙҙәр һалдым
Ҡайтырмын тип тыуған яҡҡа
Күп эштәрҙе әле эшләмәнем,
Донъя матурлығын күрмәнем.
Йыуата алманым иңдәренән ҡосоп,
Мин бит үлгән, тора алмайым.
Үҙеңдең дә таҙалығың юҡ бит,
Кәрәк, атай, сабыр булыу.
Мин килтергән ҡайғыларҙан
Аңлайым мин яҡшы, атай, әсәй,
Һалдым һеҙҙе ауыр ҡайғыға.
Илау менән кире ҡайтмам инде,
Ҡалған туғандарым иҫән булһын,
Туйҙарын да яҙһын күрергә.
Ейәндәрегеҙҙе насип булһын,
Шатлыҡ менән ҡосоп һөйөргә.
Туғандарым мине иҫкә алһын,
Һағынғанда, рәсемемә ҡарап,
«Рамай» йырын, зинһар, йырлағыҙ.
Ауылдаштар, мине иҫкә алып,
Ҡәберемә гөлдәр сәстегеҙ.
Ғүмерегеҙ оҙон, матур булһын,
Йөҙгә етһен һеҙҙең йәшегеҙ.
Хөрмәт итеп минең ҡәберемде
Яңыртҡанға һеҙгә ҙур рәхмәт.
Йәннәттәрҙән урын бирһен.