-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҠТАШТАР ИЖАДЫ
3 Сентябрь 2019, 17:24

Именлек теләйем

Түбәндәге шиғырҙы Дәүләкән районының бәләкәй генә Ғүмәр ауылында йәшәүсе пенсионер Хәлиҙә Гәрәй ҡыҙы Хәмитова-Фәтхетдинова ижад иткән. Йәмле Өршәк буйында ултырған Ҡаҙырғол ауылында тыуып үҫкән инәй бәләкәйҙән үк әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ. Ул үҙе лә буш ваҡыттарында шиғырҙар яҙа. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтергән әсәнең күңеле тулы илһам. Һеҙгә уның тыуған ауылында мәсет асылыу айҡанлы яҙылған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Мәхәлләбеҙ – “Нур” мәсете,
Иман нуры һипһен, иншалла!
Еребеҙгә, эсәр һыуыбыҙға
Бәрәкәттәр бирсе, эй, алла!
Тормошобоҙ алға барһын,
Тарих тамырҙарын яңыртып.
Аҙан тауыштары яңғыраһын
Битарафлыҡ йоҡоһонан уятып.
Мәсет күрке – биҙәлеүҙә түгел,
Унда кереп ғибәҙәт ҡылыуҙыр.
Алла йорто – иман йорто булып,
Изге аҙан тауышы булыуҙыр.
Ауылдаштар, дин ҡәрҙәштәр,
Киләйек беҙ ошо мәсеткә.
Быуын тамырҙарын өҙмәйенсә
Йыйылайыҡ күркәм мәжлескә.
Йән йылыһын өҫтәп торһаҡ,
Араларҙа һүнмәҫ усаҡтар.
Бер-беребеҙгә шатлыҡ, бәхет теләп,
Асылһалар икән ҡосаҡтар.
Читайте нас: